Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы

Просмотров: 1324

ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы [яҡынса 1892 й., Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Әлмән а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — ?], шағир. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, урыҫ‑татар уч‑щеһын (Троицк ҡ., 1913) тамамлаған. 1913 й. алып Петропавловск ҡ. эргәһендәге ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. 1916 й. Өфөгә күсә, “Тормош” гәз. эшләй. Окт. революцияһынан һуң Силәбе өйәҙендә халыҡ мәғарифы органдарында эшләй. 20‑се йй. Урта Азияға сығып китә, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 10‑сы йй. башында “Аҡмулла”, “Шура” һ.б. журналдарҙа әҫәрҙәре баҫыла башлай. “Ямалетдин Йомаев шиғырҙары” (1913), “Әҙәби шиғырҙар” (1915), “Илһам” (баҫылмаған) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Й. ижадында башҡ. шиғриәтенең 20 б. башындағы романтизм ағымы сағылыш таба. Тәүге әҫәрҙәрендә (“Хаят”, “Күңел”, “Әсәйем ҡәбере янында” һ.б.) пессимистик мотивтар өҫтөнлөк итә; 1913—15 йй. шиғырҙарында (“Мин”, “Вәғәҙә”, “Әгәр мин ҡош булһам”) соц. ғәҙеллек өсөн көрәш темаһы яңғырай. “Ҡыҙ бала”, “Ҡаҙаҡ ҡыҙына”, “Йәш ҡыҙға” шиғырҙарында, “Яҙғы төндә” хикәйәһендә ҡатын‑ҡыҙ хоҡуҡтары һәм азатлығы мәсьәләләре күтәрелә. “Фәҡирлек вә байлыҡ”, “Бүре менән һарыҡ” шиғри әҫәрҙәрендә ҡомһоҙлоҡтан һәм маһайыусанлыҡтан көлә. Ғәзәл, мәҫнәүи, робағи һ.б. жанрҙарға өҫтөнлөк биргән. М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин шиғырҙарын, И.А.Крыловтың “Квартет” мәҫәлен төрки теленә тәржемә иткән.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2 китапта. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983; Әхмәҙиев В.И. Быуындар бәйләнеше. Өфө, 1985.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: