Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРИДИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 1051

ЮРИДИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, хоҡуҡөлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Дәүләт власы, урындағы­ үҙ идара,­ хоҡуҡһаҡлау­ органдарында, ­адвокатурала, йәмәғәт ойошмаларында, уҡыу йорттарында эшләү өсөн юристар һәм хоҡуҡ белгестәре әҙерләү б‑са учреждениелар йыйылмаһын тәшкил итә. Башҡортостан өсөн юристар 19 б. Ҡазан ун‑тында әҙерләнгән, унда йыл һайын башҡорттар һәм татарҙар өсөн урындар бүленгән. Башланғыс Ю.б.б. тәүге учреждениеһы полиция­ урядниктары­ мәктәбе була. Юғары Ю.б.б. барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше БДУ‑ның юридик ф‑ты (ҡара: ­Хоҡуҡ­ институты) һәм СССР ЭЭМ‑ының етәксе составын әҙерләгән Өфө урта махсус мәктәбе (ҡара: Юридик ­институт) асылыуға бәйле. Юғары Ю.б.б. Дәүләт­ хеҙмәте­ һәм­ идара­ итеү­ академияһында, ­Башҡорт­ дәүләт­ университетында, ­Педагогия­ университетында, ­ӨЮИ‑ла, Көнсығыш иҡтисади‑юридик­ гуманитар­ академияһында,­ Хеҙмәт­ һәм­ социаль­ мөнәсә­бәт­тәр­ академияһының ­Башҡ‑н социаль технологиялар ин‑тында (филиалында), Халыҡ‑ара­ иҡтисад­ һәм­ хоҡуҡ ­институтының ­Белорет ҡ. филиалында, Мәскәү­ гуманитар­ университетының­ Өфө филиалында, Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының­ Өфө ин‑тында (филиалында), Хәҙерге­ гуманитар­ академия,­ Урал­ дәү­ләт­ юридик­ академияһы­ һ.б. филиалдарында; махсус урта Ю.б.б. Аксёнов­ ауыл­ хужалығы­ техникумында, ­Белорет­ металлургия­ колледжында, Бәлә­бәй­ машиналар­ эшләү ­техникумында, ­Кооператив­ техникумда, Күмертау­ тау­ колледжында, Октябрьский­ коммуналь‑төҙөлөш­ техникумында,­ Статистика,­ информатика­ һәм­ хисаплау­ техникаһы­ колледжында, Стәрлетамаҡ ­төҙө­лөш,­ иҡтисад­ һәм­ хоҡуҡ ­колледжында, ­Төҙөлөш колледжында, Туй­мазы юридик­ колледжында, Һөнәрселек‑педагогия­ колледжында­ һ.б. алып барыла. Өҙлөкһөҙ Ю.б.б. биреү программаһы БДУ, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.­ аспирантураларында, ӨЮИ адъюнктураһында, БДПУ‑ның Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑тында, БДУ‑ның Өҫтәлмә белем биреү идаралығында, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.­Юридик уҡыу‑методика үҙәгендә, ӨЮИ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ф‑тында һ.б. тормошҡа ашырыла. Ю.б.б. үҫешенә Ф.Ғ.Ғи­ләжев, Р.Х.Ғәбитов, З.Д.Йәнекәев, З.И.Йәнекәев, Л.Л.Каневский, И.А. Макаренко, М.Ф.Маликов, М.С.Ор­данский, Ф.М.Раянов, Л.В.Сердюк, В.К.Сәмиғуллин, К.Б.Толкачёв, Е.М. Тужилова­-Орданская­ һ.б. өлөш индергән.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж.­М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: