Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОПОВ Тимер

Просмотров: 1681

ЙОСОПОВ Тимер (Тимербай Йосоп улы; 31.5.1938, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Түбәнге Әбсәләм ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм а., — 16.3.2016, Өфө ҡ.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны (1967), М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү ҡ., 1979) тамамлаған. 1967 й. алып Бөрйән районының Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы; 1968 й. башлап “Башҡортостан пионеры” гәзите хеҙмәткәре; 1973—77 йй. нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 1983—88 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары. “Икмәк еҫе” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1968 й. сыға. Ижадының төп темалары — шәхес һәм заман берлеге, халыҡ тарихы, хәҙерге ысынбарлыҡ. “Усаҡ яна” (1978), “Хәтеремдең тере ҡуҙҙары” (1980), “Ваҡыт карауаны” (2002) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙары Ватанға, халыҡ яҙмышына арналған. “Яҙ моңдары” (1966) поэмаһында шағир атайҙар хәтеренә тоғро булырға саҡыра, әхлаҡ һәм гражданлыҡ яуаплылығы мәсьәләләрен күтәрә. “Олатайҙар юлы” (1971) поэмаһы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына бағышланған. “Ташҡын” (1982), “Ҡая өҫтөндә уйланыу” (1988), “Килде заманалар” (1990), “Беште ер еләккәйҙәре” (1998) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Әҫәрҙәре алтай, немец, татар, урыҫ, яҡут телдәренә тәржемә ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (1998), Р.Ғарипов исемендәге премия (1993), Ф.Кәрим исемендәге премия (2003) лауреаты.

  2001 й. Й. исемен йөрөткән Лицей‑интернат тарафынан уның исемендәге премия булдырыла, йыл һайын Й. исемендәге призға милли көрәш буйынса зона ярыштары (БР‑ҙың Мәғариф министрлығы ярҙамында), 2009 й. алып БР‑ҙың Мәғариф министрлығы тарафынан Дыуан районы хакимиәте менән берлектә лицей базаһында Й. уҡыуҙары үткәрелә.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2006— 2009; Йәшәүҙәре бәхет донъяла: шиғырҙар. Өфө, 2013; Снежное поле: стихи. М., 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2022
Связанные темы рубрикатора: