Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕҘТӨЙМӘ

Просмотров: 805

ЕҘТӨЙМӘ (Tanacetum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған илдәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Һырылыусы тарбаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, яңғыҙар йәки күп һанлы, яланғас йәки һирәк йөнлө, бейеклеге 20—160 см. Япрағы сиратлы, оҙонса, таҫмалы йәки ланцет өлөштәргә ҡауырһын һымаҡ бүленгән, сите тешле йәки шыма; аҫҡыһы һаплы; өҫкөһө ултырма. Сәскәһе һары, ҡуйы ҡалҡансыҡтарға йыйылған кәрзиндәрҙә. Ситке сәскәһе емешлекле, телле йәки көпшәле; урталағыһы ике енесле, көпшәле. Июль—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — орлоҡса, август—сентябрҙә өлгөрә. Ябай Е. — урмандарҙа, урман аҡландарында, болондарҙа, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, республиканың бөтә территорияһында болонло далаларҙа; Киттари Е., Урал Е. — ташлы һәм ваҡ ташлы битләүҙәрендә, ҡаяла, башлыса республиканың көньяғында; меңъяпраҡлы Е. Хәйбулла районының ҡоро, тупрағы тоҙло далаларында үҫә. Ябай Е. составында алкалоид, флавоноид, эфир майҙары бар, медицинала ҡулланыла; инсектицид үҫемлек.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.08.2023