Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕДИЦИНА

Просмотров: 1302

МЕДИЦИНА, халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауға йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының һәм патологик хәлдәренең сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын, ш. уҡ ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, ш. иҫ. медицина приборҙары, дарыуҙар һ.б. эшләп сығарыу өсөн төрлө физик, химик, биол. һ.б. факторҙарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнә.Күп быуаттар һуҙымында шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары, ауырыуҙарҙы һиҙеп асыҡлау, иҫкәртеү һәм дауалау тәжрибәһе т‑да тупланған мәғлүмәттәр халыҡ медицинаһында һаҡланған. Фәнни М. фундаменталь медик‑биол. фәндәр (антропология, биохимия, генетика, морфология, физиология һ.б.), ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау (терапия) өлкәһендә ғилем туплауға ҡарап үҫешә.М. кеше организмы төҙөлөшөн (анатомия, гистология); уның функцияларын һәм йәшәү рәүешен (биохимия, физиология, психофизиология); ауырыу организмды (дөйөм патология, патологик анатомия, патологик физиология); ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалауҙы (акушерлыҡ тик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының һәм патологик хәлдәренең сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын, ш. уҡ ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, ш. иҫ. медицина приборҙары, дарыуҙар һ.б. эшләп сығарыу өсөн төрлө физик, химик, биол. һ.б. факторҙарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнә. Күп быуаттар һуҙымында шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары, ауырыуҙарҙы һиҙеп асыҡлау, иҫкәртеү һәм дауалау тәжрибәһе т‑да тупланған мәғлүмәттәр халыҡ медицинаһында һаҡланған.Фәнни М. фундаменталь медик‑биол. фәндәр (антропология, биохимия, генетика, морфология, физиология һ.б.), ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау (терапия) өлкәһендә ғилем туплауға ҡарап үҫешә. М. кеше организмы төҙөлөшөн (анатомия, гистология); уның функцияларын һәм йәшәү рәүешен (биохимия, физиология, психофизиология); ауырыу организмды (дөйөм патология, патологик анатомия, патологик физиология); ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалауҙы (акушерлыҡ һәм гинекология, анестезиология һәм реаниматология, гастроэнтерология, дерматовенерология, кардиология, кардиохирургия, нейрохирургия, нефрология, онкология, оториноларингология, офтальмология, педиатрия, психиатрия, пульмонология, ревматология, рентгенология һәм радиология, стоматология, суд медицинаһы, травматология һәм ортопедия, трансфузиология, урология, физиотерапия һ.б.); тышҡы мөхитте һәм уның кеше организмына йоғонтоһон (гигиена, микробиология, географик патология, эпидемиология һ.б.) өйрәнеүсе үҙ аллы бүлектәргә айырыла. Башҡортостанда М. үҫеше 18 б. уртаһында тәүге госпиталдәрҙең, 18 б. аҙ. Йәмғиәт ҡараулығы приказы дауаханаларының барлыҡҡа килеүенә бәйле. 1875 й. алып Өфө губ. земство медицинаһы системаһы индерелә. 1905 й.Өфөлә Пастер станцияһы (ҡара: “Иммунопрепарат”) асыла. 20‑се йй. уртаһы — 30‑сы йй. башында респ. тармаҡ ҒТИ‑лары асыла: трахоматоз (ҡара: тик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының һәм патологик хәлдәренең сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын, ш. уҡ ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, ш. иҫ. медицина приборҙары, дарыуҙар һ.б. эшләп сығарыу өсөн төрлө физик, химик, биол. һ.б. факторҙарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнә. Күп быуаттар һуҙымында шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары, ауырыуҙарҙы һиҙеп асыҡлау, иҫкәртеү һәм дауалау тәжрибәһе т‑да тупланған мәғлүмәттәр халыҡ медицинаһында һаҡланған. Фәнни М. фундаменталь медик‑биол. фәндәр (антропология, биохимия, генетика, морфология, физиология һ.б.), ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау (терапия) өлкәһендә ғилем туплауға ҡарап үҫешә. М. кеше организмы төҙөлөшөн (анатомия, гистология); уның функцияларын һәм йәшәү рәүешен (биохимия, физиология, психофизиология); ауырыу организмды (дөйөм патология, патологик анатомия, патологик физиология); ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалауҙы (акушерлыҡ һәм гинекология, анестезиология һәм реаниматология, гастроэнтерология, дерматовенерология, кардиология, кардиохирургия, нейрохирургия, нефрология, онкология, оториноларингология, офтальмология, педиатрия, психиатрия, пульмонология, ревматология, рентгенология һәм радиология, стоматология, суд медицинаһы, травматология һәм ортопедия, трансфузиология, урология, физиотерапия һ.б.); тышҡы мөхитте һәм уның кеше организмына йоғонтоһон (гигиена, микробиология, географик патология, эпидемиология һ.б.) өйрәнеүсе үҙ аллы бүлектәргә айырыла.__ Башҡортостанда М. үҫеше 18 б. уртаһында тәүге госпиталдәрҙең, 18 б. аҙ. Йәмғиәт ҡараулығы приказы дауаханаларының барлыҡҡа килеүенә бәйле. 1875 й. алып Өфө губ. земство медицинаһы системаһы индерелә. 1905 й. Өфөлә Пастер станцияһы (ҡара: “Иммунопрепарат”) асыла. 20‑се йй. уртаһы — 30‑сы йй. башында респ. тармаҡ ҒТИ‑лары асыла: трахоматоз (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты), тире‑венерология (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), туберкулёз (ҡара: Туберкулёзға ҡаршы диспансер__ диспансер), физиатрия, һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена. 1932 й. респ. мед. фәне үҙәгенә әйләнгән БДМИ (ҡара: Медицина университеты) асыла. 1928— 38 йй. респ. мед. хеҙм‑рҙәре 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, 7 докторлыҡ һәм 11 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 30—60‑сы йй. инфекцион ауырыуҙарҙы, паразитар ауырыуҙарҙы, социаль ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре тикшерелә. 40— 50‑се йй. хәрби хеҙм‑рҙәрҙе дауалау һәм реабилитациялау ысулдары камиллаштырыла (ҡара: Эвакуация госпиталдәре), респ. курорттарының дауалау факторҙары өйрәнелә (ҡара: Курортология).50‑се йй. респ. эре нефтехимия һәм химия пр‑тиелары төҙөлгәс, сәнәғәт токсикологияһы, һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана, 1955 й. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) асыла. 60‑сы йй. М. өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр үҫеш ала, яңы үҙ аллы фәндәр һәм бүлектәр формалаша (аллергология, балалар хирургияһы, гематология, геронтология, иммунология, клиник фармакология, мед. генетикаһы, неонатология, пластик хирургия, эндокринология һ.б.). БДМИ‑ла яңы факультеттар һәм курстар асыла, тармаҡ ҒТИ‑ларында фәнни тикшеренеү йүнәлештәре киңәйә һәм тәрәнәйә. Эндемик патологиялар (боғаҡ, бауыр синдромлы геморрагик биҙгәк, талпан энцефалиты, бабасыр һ.б. ауырыуҙар), респ. үҫкән дарыу үҫемлектәре өйрәнелә. 70—80‑се йй. БДМИ‑ла яңы фәнни йүнәлештәр формалаша: абдоминаль хирургия, нәҫел ауырыуҙары (Биохимия һәм генетика ин‑ты м‑н берлектә), регенератив хирургия, трансплантология; әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау хеҙмәтенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу б‑са методик тәҡдимдәр эшләнә. 1977 й. БДМИ‑ның Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. асыла, нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия һәм биотехнология сәнәғәтендә тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләү; дөйөм һәм ғәмәли иммунология; адаптация процестарының патофизиологияһы; яңы дарыуҙар булдырыу һәм уларҙы өйрәнеү (Органик химия ин‑ты м‑н берлектә) уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора. 1990 й. респ. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге (ҡара: Аллоплант), 1995 й. “Биоплант” биотрансплантаттар һәм биопрепараттарғилми‑тикшеренеү һәм производство ин‑ты асыла. М. өлкәһендә һәм уға яҡын фән тармаҡтарында фәнни‑ойоштороусы үҙәк булып БР Фәндәр академияһының мед.‑биол. һәм а.х. фәндәре бүлексәһе тора. М. фәнни һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү, БР халҡын һауыҡтырыуҙың иммунобиологик һәм фарм. препараттарҙың биотехнологияһы; ғаилә, аталыҡ, әсәлек һәм балалыҡтың медик‑биол. мәсьәләләре; нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙың һәм Башҡортостан халыҡтары популяцияларында дарыуҙарға ҡарата индивидуаль һиҙеүсәнлектең молекуляр‑генетик үҙенсәлектәре; тирә‑яҡ, производство мөхите һәм халыҡ һаулығы кеүек йүнәлештәрҙә мед.‑иҫкәртеү технологиялары булдырыу б‑са дәүләт фәнни‑техник программалар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла. БР‑ҙа 2017 й. тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәреү б‑са мед. ойошмалары эшмәкәрлеген фәнни йәһәттән тәьмин итеү концепцияһы эшләй, “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты бойомға ашырыла. БР ғалимдары медицина ғилми йәмғиәттәре эшмәкәрлеген күҙәтә, халыҡҡа махсус мед. ярҙамы күрһәтеү б‑са респ. һәм район‑ара консультатив‑диагностика үҙәктәренә консультация ярҙамы күрһәтә. Юғары белемле белгестәр әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү БДМУ‑ла алып барыла, урта мед. персоналы мед. колледждарында һәм училищеларында (ҡара: Медицина белеме биреү) әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Һаулыҡ һаҡлау. 

А.У.Кинйәбулатов, В.М.Тимербулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: