Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы

Просмотров: 1140

ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы (19.12.1970, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а.), микробиолог. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020). БДМИ‑ны тамамлаған (1993). 1994—95 йй. “Сая” предприятиеһында (Өфө ҡ.) эшләй, 2003 й. алып “Иммунопрепарат” предприятиеһының Фән һәм технологиялар департаментында фән буйынса директор урынбаҫары, 2007 й. — БР Хөкүмәте Аппаратында (2008 й. башлап бүлек мөдире), 2009—10 йй. БР‑ҙың “Башфармация” ДУП‑ында генераль директор, бер үк ваҡытта 1998 й. алып БДМУ‑ла (2014 й. башлап микробиология, вирусология кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге микробиология, иммунология, биотехнология, лаборатор диагностика проблемаларына, дарыу һәм диагностика препараттары эшләүгә арналған. Т. ҡатнашлығында Citrobacter diversus №256, Citrobacter freundii №255, Escherichia coli ГИСК №251 һ.б. бактерияларҙың штамдары, “хужа—патоген” системаһында шартлы патоген микроорганизмдарҙың (энтеробактериялар) үҙ‑ара молекуляр‑генетик тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021