Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОТЕХНОЛОГИЯ

Просмотров: 1463

БИОТЕХНОЛОГИЯ (био..., гр. técnē — сәнғәт, оҫталыҡ, таҫыл һәм ...логия), биологик технология, биол. процестарҙы сәнәғәт производствоһында ҡулланыу т‑дағы фән. Б. үҫеше биохимия, биоэнергетика, микробиология, ген инженерияһы һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Б. 20 б. 60‑сы йй. аҙағынан үҫешә. Өфө аҡһым‑витамин концентраттары тәж.‑сәнәғәт з‑дында 1968 й. Европала тәүге тапҡыр аҡһым‑витамин концентраттары етештереү үҙләштерелә. Башҡортостан биохимия комбинатында 1975 й. алып мал аҙығы аҡһымы (эприн) етештерелә, 1994 й. — женьшень туҡымалары культураһынан экстракт (биоженьшень), ҡатнаш мал аҙығын биологик актив матдәләр, витаминдар, микроэлементтар м‑н байытыу өсөн премикстар сығарыла. Биология институтында ферменттарҙың микробиол. синтезы нигеҙҙәрен эшләү алып барыла, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын булдырмаусы, уларҙың уңдырышлылығын арттырыусы экологик хәүефһеҙ бактериаль препараттар эшләнә (А.И.Мелентьев); ҡыяҡлыларҙың изоляцияланған һеркәлектәр культураһы ысулы м‑н бойҙайҙың ҡоролоҡҡа сы ҙамлы һәм тиҙ өлгөрөүсе линиялары алына (В.Ю.Горбунова, Н.Н.Круглова); фенол һ.б. органик берләшмәләрҙе актив эшкәртеүсе микроорганизм штамдары сығарыла (Т.В.Маркушева, Р.Н.Чураев). Биохимия һәм генетика институтында, яңы перспективалы линиялар һәм сорттар алыу маҡсатында, үҫемлектәрҙең (ҡарабойҙайҙың һәм татлы тамырҙың) микроклональ үрсеү технологиялары эшләнә (А.Ғ.Мәрҙәмшин, Р.Р.Әхмәтов һ.б.); биол. актив матдәләрҙең микроорганизм‑продуценттарҙың ген инженерияһы штамдары сығарыла (В.А.Вәхитов). Ботаника баҡса‑институтында алһыу алтын тамырҙың, ирәмәл алтын тамырының, карел ҡайынының, тирәк гибридтарының клональ микроүрсеү технологиялары уйлап табыла (Р.К.Байбурина, М.М.Ишморатова, Н.В.Старова һ.б.). “Иммунопрепарат” ФДУП‑ында таҙартылған дарыу препараттары етештереүҙең яңы технологиялары булдырыла, интерферон, бактериофагтар, ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакциналар, иммун системаһы ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү өсөн төрлө препараттар (Р.Ш.Мағазов, Т.Ғ.Ниғмәтуллин, В.А.Стригин) етештереү яйға һалына. Экологик Б. б‑са төп тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетының биохимия һәм Б. каф. (Н.Ә.Кирәева), Нефть техник университетының микробиол. производстволарҙың биохимияһы һәм Б. каф. (Г.Ғ.Йәғәфәрова, Р.Н.Хлёсткин) алып барыла, бында тупраҡты, һыуҙы нефть продукттарынан, нефть шламдарынан һ.б. химик продукттарҙан таҙартыуҙың биотехнологик ысулдары камиллаштырыла, ш. уҡ оптик актив изомерҙар алыу өсөн органик берләшмәләрҙе микроорганизмдарҙың биотрансформациялауы (В.В.Зорин, Н.И.Петухова) өйрәнелә. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың микробиол. ысулдары “НИИнефтеотдача” (Л.Н.Заһиҙуллина) һәм “БашНИПИнефть” (Ю.М.Симаев, Р.Х.Хәзипов, Э.М.Юлбарисов) ин‑ттарында эшләнә.

В.Ю.Горбунова, Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019