Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 806

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 14—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡыуандыҡ ҡ. көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында Алатекәтау түбәһендә урынлашҡан. 1980 й. В.А.Ивановтарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡомартҡы таш-тупраҡ өйөп яһалған 4 ҡурғандан (диам. 4—4,6 м) тора, улар араһында 2 ир‑егет, 1 ҡатын‑ҡыҙ ҡәбере һәм буш ҡәбер (кенотаф) табылған. Мәйеттәр оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1 м тиклем) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа һәм көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; ҡатын‑ҡыҙ ҡәберендә йоҡа таҡта йәшник табылған. Ир‑егет ҡәберҙәрендә ҡорал (тимер бысаҡтар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, һаҙаҡ элмәктәре), арка формаһындағы тимер өҙәңгеләр, хайуан һөйәктәре, ҡәберҙәрҙең береһендә — 14 б. (Үзбәк һәм Йәнебәк хандар идара иткән осор) ҡараған 2 көмөш тәңкә, эйәрле ат ҡалдыҡтары, ҡатын‑ҡыҙҙыҡында баш кейеме киҫәктәре (баҡыр тәңкә тегелгән туҙ көпшә, ҡыҙыл, фараз ителеүенсә, ебәк туҡыма киҫәге), көҙгөләр (йәшел ебәк ҡап эсендә) табылған. Р.М.Йосопов тикшеренеүҙәре б‑са, ир‑егеттең баш һөйәктәре европеоид, ҡатын-ҡыҙҙыҡы башлыса монголоид антропологик типтарына ҡарай. Ҡомартҡылар ҡыпсаҡтарҙан ҡалған, тип фараз ителә. Т.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: