Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРБЦИЯ

Просмотров: 1241

СОРБЦИЯ (лат. sorbeo — һеңдерәм), ҡаты матдәләр, шыйыҡса тарафынан (сорбент) тирә‑яҡ мөхиттән төрлө газдарҙы, шыйыҡсаларҙы (сорбат йәки сорбтив) һеңдереү. Абсорбция (шыйыҡ сорбенттың матдәне тотош күләме м‑н һеңдереүе), окклюзия (газ мөхитенән ҡаты матдәне йәки иретмәне тотош масса м‑н һеңдереү), адсорбция (сорбенттың өҫкө ҡатламы м‑н һеңдереү), хемосорбция (ҡаты сорбенттың һәм сорбаттың өҫкө ҡатламының үҙ‑ара химик тәьҫир итешеүе), капилляр конденсация (парҙарҙы юғары күҙәнәкле есемдәр м‑н һеңдереү) айырыла. Биол. системаларҙа С. сорбент молекулаһының конфигурация үҙенсәлектәренә бәйле (мәҫ., фотосинтез барышында углерод диоксиды молекулаһының хлоропластар, аминокислоталарҙың эритроциттар, фагтың бактериаль күҙәнәктәренең өҫкө йөҙө м‑н бәйләнеше). Сорбенттар сифатында активлаштырылған күмер, алюмо‑, силикагелдәр (шыйыҡ быяланың  алюмин сульфаты, тоҙ, көкөрт к‑талары м‑н реакцияһы һөҙөмтәһендә алалар), тәбиғи актив балсыҡтар, ион алмаштырыусы ыҫмалалар, цеолиттар ҡулланыла. С. тоҙҙарҙы иретмәләрҙән айырып алыу, ҡуйыртыу, бүлеү, мәғдәндәрҙе, концентраттарҙы һелтеһеҙләп пульпаларҙы айырыу һәм таҙа металдар (цинк, баҡыр, никель) алыу өсөн, оҡшаш физик, химик үҙенсәлекле элементтарҙы айырыу (трансуран, ерҙә һирәк элементтар, платина төркөмө металдары һ.б., ш. иҫ. изотоптар), гидрометаллургияла (ш. иҫ. ҡалдыҡһыҙ технологияларҙа зарарлы продукттарҙы һеңдереү өсөн), газ‑, нефть эшкәртеү, нефтехимия, аҙыҡ‑түлек, мед. сәнәғәтендә газдарҙы, шыйыҡсаларҙы таҙартыу һәм киптереү өсөн, криогенлы техникала, һыу таҙартыу, яғыулыҡты көкөрттән таҙартыуөсөн һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 70—90‑сы йй. Химия ин‑тында полифункциональ полимерҙар нигеҙендә юғары һөҙөмтәле көкөртикеокисы сорбенттары, каталитик системалар, тупраҡтың структура барлыҡҡа килтереүселәре, агробиоценоздар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүсе һәм тупраҡты зарарһыҙландырған ксенобиотиктар (Л.Ф.Антонова, А.И.Воробьёва, Г.В.Леплянин, В.А.Никонов, Ю.М.Шаульский); ҡиммәтле металл сорбенттары һәм көкөрт тотороҡло ялғаулы полиуглевод‑сульфид типлы сополимерҙар нигеҙендә клиник практикала ҡулланылған Сульфан кеүек антидоттар (Р.С.Алиев, В.Т.Данилов, А.Л.Добриков, Р.В.Панчешникова, С.Р.Рафиҡов, С.Н.Салазкин һ.б.), Меркуран кеүек затлы металдар (Алиев, Ғ.Ғ.Бикбаева, Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин, Г.М.Половинкина, Рафиҡов, Салазкин) синтезлана. Әмзә урман комбинаты активлаштырылған күмер, Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы — цеолиттар, “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ — цеолиттар, силикагелдәр, газобензин ҡатышмаларынан еңел углеводородтарҙы абсорбциялау өсөн кәрәсин, газдарҙы таҙартыу һәм киптереү, яғыулыҡты көкөрттән таҙартыу, ароматик углеводородтарҙы экстракциялау өсөн ди‑, триэтиленгликолдәр, этаноламиндар,  “Туймазытехуглерод” ААЙ техник углерод етештерә.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019