Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ

Просмотров: 885

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ, система хәрәкәтенең йәки тигеҙләнешенең тотороҡлолоғо шарттарын өйрәнеү м‑н бәйле төшөнсәләр һәм ысулдар йыйылмаһы. Тотороҡлолоҡ — динамик системаларҙың болартыу йоғонтоларын компенсациялау һәләтлеге. Математикала дифференциаль тигеҙләмәнең сығарылышы (йәки динамик системаның траекторияһы) ваҡыт үтеү м‑н башланғыс шарттар б‑са яҡын сығарылыштарға яҡын булып ҡалһа, тотороҡло тип атала. Ҡаты есемдәр һәм шыйыҡсалар хәрәкәтенең тотороҡло булыуын тикшерер өсөн механикала, ш. уҡ идара итеү теорияһында болартыу теорияһы ысулдары, ш. иҫ. бәләкәй параметрҙар ысулы, ҡулланыла. Конструкцияларҙың тотороҡлолоғон өйрәнгәндә бәләкәй болартыу йоғонтоларына тигеҙләнеш хәленең бәләкәй тайпылыуҙары тап килһә, статик йөкләтелгән конструкцияның тигеҙләнешен тотороҡло тип иҫәпләйҙәр; тотороҡлолоҡ юғалған саҡтағы йөкләмәләрҙе критик йөкләмәләр тип атайҙар. Т.т. үҫеше һыҙыҡлы булмаған динамикала динамик системаларҙың бифуркациялары теорияһы булып сағылыш таба. Тотороҡлолоҡ төшөнсәһен дөйөмләштереү һәләкәттәр теорияһын барлыҡҡа килтерә. Башҡортостанда Т.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. уртаһынан Механика ин‑тында, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла, БДУ‑ла, СДПА‑ла һ.б. алып барыла. Ҡайталыусан пластиналарҙың һәм көплөктәрҙең тотороҡлолоғо т‑дағы мәсьәләләр сығарыла; ҡатышмалы конструкция элементтары үҙ‑ара тәьҫир итешеү шарттарының төрлө сик нығытыу шарттарында һәм йөкләндереү ысулдарында критик көс дәүмәленә йоғонтоһо билдәләнә; тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре авиация һәм ракета системаларының ныҡлығын һәм тотороҡлолоғон хисаплау нигеҙенә һалына (М.Ә.Илһамов); күсерелә торған мөхиттәге пульсациялар тәьҫиренән (Илһамов, Д.М.Зарипов), фаза‑ара йөҙөндәге фаза күсеү һәм капилляр күренештәр эффекттары бергә күҙәтелгән ваҡытта ҡыуыҡсалы пар‑шыйыҡса мөхиттәр тәьҫиренән (В.Ш.Шаһапов) үткәргес торбаның тотороҡлолоғо юғалыуы өйрәнелә. Үҙлелеге т‑раға монотон булмаған бәйлелектәге шыйыҡсаларҙың тәбиғи конвекцияһы ваҡытында төрлө режимдар барлыҡҡа килеүҙең критик шарттары билдәләнә (С.Ф.Урманчеев һ.б.). Матик булмаған һәм холестерик шыйыҡ кристалдарҙағы тотороҡһоҙлоҡ м‑н бәйле эффекттар асыла (А.Н.Лачинов, О.А.Скалдин, В.А.Делёв, А.П.Крехов). Дифференциаль тигеҙләмәләр системаларының сығарылыштары тотороҡлолоғо (К.Б. Сабитов), электроакустик системаларҙың тотороҡлолоғон арттырыу проблемалары (Ә.Л.Ғәлиев) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Гироскоп.

Әҙәб.: И л ь г а м о в М.А., И в а н о в а В.А., Г у л и н Б.В. Прочность, устойчивость и динамика оболочек с упругим заполнителем. М., 1977; С а б и т о в К.Б. Функциональные, дифференциальные и интегральные уравнения. М., 2005.

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: