Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ

Просмотров: 1785

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ, мәнфәғәттәре, ҡиммәттәре һәм тәртип нормалары уртаҡ булған кешеләрҙең тарихи билдәле бер йәмғиәт эсендә барлыҡҡа килгән сағыштырмаса тотороҡло берлеге. С.т. соц. контролдең төрлө кимәлдәре бар: төркөм һаны кәмеү м‑н соц. контроль һәм соц. бәйләнештәр нығый бара. Ҙур С.т. — соц. синыф, страта, ҡатлам, каста, милләт, халыҡ һ.б.; уртаса — терр‑я уртаҡлығы, ҡәбилә, мәктәп, ойошма коллективы һ.б.; бәләкәй С.т. — ойошманың бүлек хеҙм‑рҙәре, ғаилә, мәктәп синыфы һ.б. айырыла. Шулай уҡ квазитөркөм — кешеләрҙең уйламағанда барлыҡҡа килгән, тотороҡһоҙ, осраҡлы берлеге була, унда кешеләр бер‑береһенән мотлаҡ нимәлер көтмәй. Шәхес бер үк ваҡытта күп төркөмгә ҡарай. БР‑ҙа С.т. өйрәнеү м‑н Башҡорт дәүләт университеты, Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары һ.б. шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡара: Социаль стратификация, Социология, Этноконфессиональ төркөмдәр.

Р.З.Сәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: