Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ

Просмотров: 1326

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ, йәмғиәттең һәм уның айырым ҡатламдарының структураһын, соц. статус һәм ролдәрҙе дифференциациялау системаһын аңлатҡан социол. төшөнсә; социология тармағы. К.Маркстың (нигеҙендә — милеккә етештереү сараһы булараҡ мөнәсәбәт), М.Веберҙың (власть һәм абруйҙың бүленеүе), функционализм (хеҙмәтте һөнәри йәһәттән бүлеү) һ.б. стратификацион теориялар бар. С.с. төп типтары: терр., демографик (ҡара: Халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы), этномилли (ҡара: Халыҡтың милли составы), конфессиональ, социомәҙәни, соц.‑иҡт. (ҡара: Халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле), соц.‑психологик, позицион. Йәмғиәттәрҙең төрлө тибына билдәле бер стратификацион система хас. Революцияға (1917) тиклем Рәсәйҙә С.с. ҡатламдар миҫалында күрергә мөмкин (ҡара: Социаль структура). СССР‑ҙа йәмғиәттең соц. структураһында — эшселәр синыфы, колхоз крәҫтиәндәре һәм хеҙм‑рҙәр (ҡара: табл.), һәр бер стратала бер нисә соц. ҡатлам айырыла (СССР‑ҙа 70—80‑се йй., халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, колхозсы һәм совхоз эшселәренең 2 ҡатламы, төрлө квалификациялы хеҙм‑рҙәр һәм аҡыл эше м‑н шөғөлләнеүселәрҙең — 7, етәкселәрҙең 3 ҡатламы айырылып торған). 90‑сы йй. алып Рәсәйҙә эре, урта һәм ваҡ бизнес соц. ҡатламдарына бүленгән эшҡыуарҙар стратаһы формалаша. БР‑ҙа С.с. өйрәнеү м‑н Авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары һ.б. шөғөлләнә.

Әҙәб.: А и т о в Н.А. Социальная структура населения стран СНГ. Уфа, 1995.

Р.З.Сәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Совет йәмғиәтенең социаль‑синыф структураһы, % (1989)

 

СССР

БАССР

Эшселәр

61

58

Крәҫтиәндәр

12

16

Хеҙмәткәрҙәр

27

26

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019