Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1114

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең стена блоктары, төҙөлөш кирбесе, керамик черепица етештерә торған тармағы. Башҡортостанда 19 б. уртаһынан үҫешә (ҡара: Кирбес заводтары). 2004 й. тармаҡта 162 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Берлек Плюс” ЯСЙ (Өфө, 2003 й. нигеҙ һалына), “Интерстройсервис”, “Керамика”, Мәләүез төҙөлөш материалдары заводы, “Стройкерамика”, Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводы, Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты эшләй. БР‑ҙа төҙөлөш материалдары етештереү күләменең яҡынса 24%‑ы С.м.с. өлөшөнә тура килә (2004). Респ. төҙөлөш кирбесе етештереү күләме б‑са Рәсәйҙә 6‑сы урынды биләй (2008). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡара. Шулай уҡ ҡара: Керамика, Керамик төҙөлөш материалдары.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостанда стена материалдары етештереү, млн дана шартлы кирбес

 

1928

1940

1960

1980

2000

2008

Төҙөлөш кирбесе

51

57

542

720

524

484

Ваҡ стена блоктары һәм таш

36

5,4

Эре бетон һәм силикат стена блоктары

25

50

20

22

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: