Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 781

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а. төньяҡ ситендә Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 12 ҡурғандан (диам. 5—16 м, бейеклеге 0,2—1,0 м) тора, 8‑е өйрәнелгән. Мәйеттәр 0,3—1,3 м тәрәнлектәге ҡәбер соҡорҙарына ярым бөгәрләнгән килеш йәки салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың күпселеге 1—10 ҡәберҙән тора, кенотафтар осрай. Уртаһында тағы бер ҡурған (диам. 3 м, бейеклеге 0,3—0,4 м) булғаны (диам. 16 м, бейеклеге 1 м) айырылып тора; 24 ҡәбер асыҡланған. Тупраҡ өйөмөндә һәм ҡәбер соҡорҙарында ат һөлдәләре табылған. Керамика биҙәлмәгән йәки өсмөйөштәрҙән торған һыҙаттар баҫып, тышы тешле биҙәк, ауыҙы тирәләй һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө туҫтаҡ һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (тимер бысаҡтар, ҡылыстар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, ҡын ҡалдыҡтары), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр), бронза айылдар, сәскә рәүешендәге биҙәкле бронза, бүре йәки эт һыны төшөрөлгән тура мөйөшлө көмөш һәм алтын ялатылған таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (быяла муйынсаҡтар, бронза беләҙектәр, һырғалар, йөҙөктәр) һалынған. 8—9 бб. аҙ. ҡараған һабына ятҡан айыу һыны төшөрөлгән көмөш ҡалаҡ, ғәббәсиҙәр дирһәме табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең күсеп ултырыу процесын сағылдыра.

Әҙәб.: Мажитов Н.А. Тайны древнего Урала. Уфа, 1973.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: