Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ

Просмотров: 1153

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ (лат. transfusio — ебәреү һәм ...логия), кешегә ҡан һәм уның компоненттарын, ҡан һәм плазманы алмаштырыусы шыйыҡлыҡтар ебәреү мәсьәләләрен өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. Эксперименталь‑теоретик, клиник, производство (сәнәғәт) Т., трансфузион иммунологияға айырыла. Т. бурыстары: синтез, яңы трансфузиологик саралар алыу һәм өйрәнеү; трансфузион терапия үткәреү өсөн ыңғай йәки киреһен күрһәткән билдәләр, ҡан һәм уның компоненттарын консервациялау ысулдарын эшләү; донорлыҡты ойоштороу һ.б. Башҡортостанда Т. мәсьәләләрен өйрәнеү 1933 й. В.М.Романкевич етәкс. Эксперименталь һәм клиник гематология һәм ҡан ебәреү ин‑тының Өфө филиалында башлана; Өфөнөң Беренсе совет дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) тәүге гемотрансфузия үткәрелә. 1934 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) донорҙар ҡанын консервациялау б‑са кабинет асыла. 1938 й. алып ҡан биреү станциялары эшләй. Б.В. һуғышы йылдарында Н.Д. Стражеско етәкс. яралыларға һәм ауырыуҙарға трансфузион терапия үткәрер өсөн ыңғай йәки киреһен күрһәткән билдәләр эшләнә, хәрби‑ялан шарттарында һәм эвакуация госпиталдәрендә И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров уйлап тапҡан ҡан ебәрер өсөн ялан аппараты ҡулланыла. 60—80‑се йй. ҡан ебәреү станцияһы базаһында донорҙар плазмаһын, плазмаферезды киптереү, фибриноген, туңдырылған криопреципитат алыу һ.б. ысулдар үҙләштерелә. 90‑сы йй. яңы туңдырылған плазманы карантинлау ысулы индерелә, тромбоциттар концентратын етештереү яйға һалына. 1997 й. респ. ҡан банкы ойошторола. Т. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДМУ‑ла, Респ. клиник дауаханаһында (Ә.Б.Бәкеров, В.И. Никуличева), Онкология диспансерында (Т.И. Жбанкова) алып барыла. БДМУ‑ла ҡан ебәреү станцияһы м‑н берлектә донорҙар ҡаны компоненттарының сифатын яҡшыртыу һәм вирустарҙан һаҡлау өсөн иммуногематологик тикшереү (Р.Ғ.Ғәлимова, К.Р.Мәһәҙиев, В.Т.Степанова, Е.В. Стрельникова), аппарат аша тромбоцитаферез эшләү (Г.А.Батурина, З.Ф. Исмәғилева, С.Х.Монасипова, Ф.С. Мусина), лейкофильтрация (Р.Ф.Әйүпова, Т.М. Семахина, А.И.Пуцман, У.С. Солтанбаев) ысулдары камиллаштырыла.

Һ.Н.Хунафин Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: