Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНИКУМДАР

Просмотров: 1016

ТЕХНИКУМДАР, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм мәғариф өсөн белгестәр әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Урта профессиональ белем). 1920 йй. барлыҡҡа килә. 1937 й. алып башлыса сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, а.х., ш. уҡ статистика, финанс, сауҙа Т. киң таралған була. 30‑сы йй. 2‑се ярт. байтаҡ Т. училищеларға, 1990 йй. башынан колледждарға үҙгәртелә. Башҡортостанда 1925 й. 13 Т., ш. иҫ. Урал яны сыуаш педагогия техникумы, Ырымбур башҡорт педагогия техникумы һ.б. эшләй. 1985 й. 33 Т., 2005 й. — 25; 2009 й. 35 (шуларҙың 12‑һе дәүләткә ҡарамаған) Т. була, улар араһында Авиация техникумы, Аксёнов ауыл хужалығы техникумы, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Благовещен сәнәғәт‑гуманитар техникумы, Бөрө кооператив техникумы, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы, Бәләбәй машиналар эшләү техникумы, Дыуан аграр техникумы, Кооператив техникум, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, Күмертау авиация техникумы (ҡара: Күмертау авиация техник колледжы), Мәҙәниәт техникумы (ҡара: Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы), Мәләүез механика‑технология техникумы, Нефтекама машиналар эшләү техникумы (ҡара: Нефтекама машиналар эшләү колледжы), Октябрьский коммуналь- төҙөлөш техникумы, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумы, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, Стәрлетамаҡ химия-технология техникумы, Тимер юл транспорты техникумы, Туймазы индустриаль техникумы, Урман хужалығы техникумы, Учалы тау‑металлургия техникумы.

Әҙәб.: М а р к е л о в а Л.Н. Среднее профессиональное образование Башкортостана 1925—1985 гг.: становление и развитие. Стерлитамак, 2005; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев, Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019