Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧИЛИЩЕЛАР

Просмотров: 1075

УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә проф., урта махсус, ш. уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары; революцияға (1917) тиклем — башланғыс, урта махсус һәм проф. уҡыу йорттары (ҡара: Ер үлсәү училищеһы, Коммерция училищеһы, Мәхәллә училищелары, Өйәҙ училищелары, Реаль училищелар, Халыҡ училищелары һ.б.). 1930 йй. алып байтаҡ У. (мед., музыка, мәҙәни‑ағартыу, педагогия училищелары һ.б.) техникумдар базаһында ойошторола. 1940 й. башлап СССР‑ҙың Дәүләт хеҙмәт резервтары системаһында һөнәрселек, т. юл, төҙөлөш, а.х. механизациялау У. (1959 й. ПТУ‑ға, 1969 й. урта ПТУ‑ға, 1992 й. ПУ‑ға үҙгәртелә), 1954 й. — техник У. (1984 й. алып урта ПТУ) була. 90‑сы йй. күпселек У. колледж һәм лицейға үҙгәртелә.

Башҡортостанда тәүге У. – Төп халыҡ училищеһы, кесе халыҡ училищелары. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы, Разведчиктар хәрби авиация училищеһы, Хәрби пехота училищеһы эшләгән. 2005 й. респ. 9 урта махсус У., 123 ПУ һәм проф. лицей иҫәпләнә, 2008 й. — ошоға ярашлы 4 һәм 111. Улар араһында Сәнғәт училищеһы, Октябрьский музыка колледжы, Һөнәрселек училищеһы №19, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы һ.б.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006; К а р и м о в К.К. Культура Башкортостана (1917—2000). Уфа, 2006.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019