Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРБИДТАР

Просмотров: 1092

КАРБИДТАР (лат. carbo — күмер), углеродтың металдар һәм ҡайһы бер металл булмаған матдәләр м‑н берләшмәләре. Атомдар араһындағы химик бәйләнештәрҙең төрө б‑са ионлы, ковалентлы һәм металға оҡшаш К. айыралар. К. элементтарҙың вакуумда йәки тергеҙеүсе мөхиттәрҙә һ.б. углерод йәки углеродлы газдар м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алына. Башҡортостанда К. “Гидравлика”, “Мотор”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. пр‑тиеларҙа файҙаланалар: бор, кремний, вольфрам К. — металл ҡырҡҡыс инструменттар, быраулау коронкаларын яһағанда абразив сифатында; титан К. — газ турбиналы двигателдәрҙең деталдәрен, пресс‑формалар һ.б. эшләгәндә, кальций К. металдарҙы иретеп йәбештергәндә, кальций цианамидын һәм ацетилен сығарғанда ҡулланалар. Тимер К. ҡорос һәм суйын составына инә (ҡара: Белорет металлургия комбинаты). Шулай уҡ ҡара: Конструкция материалдары, Коррозияға сыҙамлы материалдар, Титан иретмәләре.

Н.Ғарипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: