Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

Просмотров: 968

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1899 й. Өфө ҡыҙ балалар прогимназияһы булараҡ асыла, 1903 й. алып батшабикә императрица Александра Фёдоровна ис. Ө.и.ҡ.б.г. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө губ. земствоһы һәм айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотола. Инеү имтихандарын тапшырған 9—12 йәшлек бөтә ҡатлам балалары ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була. Гимназияла 7 дөйөм белем биреү һәм пед. класы эшләй. Уҡыу курсы 8 йыл тәшкил итә. Программаға гимназияның традицион уҡыу предметтары инә, пед. класында ш. уҡ пед., психология, уҡытыу методикаһы өйрәтелә. Китапханаһы, физика кабинеты була. Ө.и.ҡ.б.г. Мохтаж уҡыусыларға ярҙам итеү йәмғиәте, Попечителдәр советы (рәйесе А.И.Верниковский) эшләй. 1914 й. гимназияла 10‑ға яҡын уҡытыусы була. 1918 й. 4‑се икенсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбенә үҙгәртелә. Дир.: М.А.Галанов, А.Я.Новикова. Бинаһы (1904 й. төҙөлгән; хәҙ. БДУ‑ның роман‑герман филол. ф‑ты корпусы) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора, уға РСДРП‑ның 1917 й. үткән 1‑се губерна конф. арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

В.Н. Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019