Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИМНАЗИЯЛАР

Просмотров: 2027

ГИМНАЗИЯЛАР, дөйөм белем биреү урта уҡыу йорттары (нигеҙҙә, гуманитар‑филол. йүнәлешле). Рәсәйҙә беренсе Г. 1726 й. С.-Петербургта барлыҡҡа килә, 1804 й. алып һәр губерна ҡалаһында асыла. “Университеттар ҡарамағындағы уҡыу йорттары уставы”на (1804), “Университеттар ҡарамағында торған гимназиялар һәм училищелар уставы”на (1828), гимназиялар һәм прогимназиялар уставтарына (1864, 1871) ярашлы эшләй. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була һәм уның аҡсаһы иҫәбенә тотола. Г. дир. етәкселек итә; 1828 й. кластарҙа тәртипте күҙәтеү б‑са инспектор вазифаһы индерелә, Г. почётлы попечителе исеме булдырыла, пед. советтар ойошторола. Уҡыусылар м‑н тәрбиәүи эште класс тәрбиәселәре һәм күҙәтеүселәр (вазифалар 1871 й. Устав м‑н булдырыла) башҡара. Өйәҙ училищеларын тамамлаған һәм имтихан тапшырған үҫмер малайҙар, ҡатлам һәм милләтенә ҡарамаҫтан (1828—1901 йй. – тик дворян һәм чиновник балалары), ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған. Уҡыу курсы 4 йыл (1828 й. алып 7, 1871 й. – 8) тәшкил иткән. 1849—52 йй. үҙгәртеүҙәрҙән һуң гимназия курсы дөйөм һәм махсус белем биреүгә (4-се кластан алып) бүленә, Г. түбәндәге типтары булдырыла: ун‑тҡа уҡырға инергә йәки хеҙмәткә әҙерләнеүселәр өсөн тәбиғи тарих һәм закон ғилеме м-н; хеҙмәткә әҙерләнеүселәр өсөн закон ғилеме м-н; ун‑тҡа уҡырға инеүселәр өсөн ҙур күләмдә латин һәм грек телдәрен өйрәнеү м-н. 1864 й. Уставҡа ярашлы, классик һәм реаль (боронғо телдәрһеҙ, әммә ҙур күләмдә тәбиғәт белеме фәне м-н) Г., ш. уҡ прогимназиялар ойошторола. 1871 й. классик Г. (8 йыллыҡ уҡытыу курсы м-н 7 класлы) берҙән-бер тип була, уның уҡыу программаһына грек, латин, немец һәм француз теле, урыҫ әҙәбиәте, тарих, география, матем., физика, закон ғилеме, филос., сәйәси иҡт., коммерция ф. башланғыс курстары, статистика, “нәфис фәндәр”, рәсем, “евангелистарҙан уҡыу”, Хоҙай Ҡануны, изге һәм сиркәү тарихтары (1828 й. алып) һ.б. индерелә; 1819 й. тиклем сәйәси иҡт., коммерция ф., “нәфис фәндәр” уҡытыла. Тамамлаусыларға юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ уҡырға инеү (алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар конкурсһыҙ алынған), дәүләт һәм хәрби хеҙмәткә алыныу, өйәҙ, ҡала училищеларында, сиркәү-мәхәллә мәктәптәрендә уҡытыу һ.б. хоҡуҡтар бирелгән. 19 б. аҙ. шәхси һәм йәмәғәт Г. барлыҡҡа килә. 60‑сы йй. башлап Мариин ҡыҙ балалар уч‑щелары һәм Халыҡ мәғарифы министрлығының ҡыҙ балалар уч‑щелары урынына ҡыҙ балалар Г. асыла. Улар императрица Марияның Учреждениелар ведомствоһы һәм Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була һәм уның аҡсаһы иҫәбенә тотола. Бөтә ҡатлам һәм милләт ҡыҙҙары ҡабул ителгән. Уҡытыу курсы әҙерлек, 7 төп һәм 8-се пед. кластарҙан торған. Пед. класҡа, имтихан тапшырып, 7 класс белемле 16—22 йәшлек ҡыҙҙар ҡабул ителгән. Ҡыҙ балалар Г. уҡыу программаһы ир балаларҙыҡынан һөнәрҙәргә һәм йорт хужалығы эштәренә өйрәтеү дәрестәре булыуы һәм юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн кәрәкле булған классик телдәрҙең уҡытылмауы м-н айырылған. 7 класс тамамлағандарға – башланғыс класс уҡытыусыһы, 8 класты тамамлағандарға йорт уҡытыусыһы исеме бирелгән. 1872 й. алып министрлыҡ программалары б‑са белем бирергә тейешле булған һәм урындағы уҡыу округы етәкселегенә буйһонған шәхси ҡыҙ балалар Г. барлыҡҡа килә. Иң яҡшы шәхси Г. уҡытыу курсы ир балалар Г. курсына ярашлы була.

Башҡортостанда 1828 й. — Өфө ир балалар гимназияһы, 1865 й. — Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы, 1899 й. Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһы асыла. 1869 й. башҡорттар һәм татарҙар өсөн Г. ислам нигеҙҙәре курсы индерелә. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында 1870 й. – 2 ир балалар (400 уҡыусы) һәм 7 ҡыҙ балалар (589); 1880 й. –  5 ир балалар (1007) һәм 7 ҡыҙ балалар (1224); 1900 й. 3 ир балалар (1092) һәм 9 ҡыҙ балалар (2052) Г. була. 20 б. башына ир һәм ҡыҙ балалар Г. өйәҙ ҡалаларында ойошторола: Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы (1903), Бәләбәй ҡыҙ балалар Г. (1908) һ.б. Шул уҡ ваҡытта урыҫ булмаған халыҡтар өсөн Г. уҡырға инеү мөмкинлеге бөтөнләй булмай. 1875—1900 йй. башҡорт һәм татар милләтле уҡыусылар ир балалар Г. бөтә уҡыусыларҙың уртаса — 5,7%, ҡыҙ балалар 1% тәшкил иткән. 1913 й. Өфө һәм Ырымбур губ. 4 ир балалар һәм 16 ҡыҙ балалар Г. һәм прогимназияһы, 6 шәхси Г. була. Ир балалар Г. дворян һәм сауҙагәр балалары — 30%, хәлле крәҫтиән балалары – 19%, руханиҙар балалары – 16,5% һәм башҡа ҡатлам балалары 4,5% тәшкил иткән; ҡыҙ балалар Г. дворян ҡыҙҙары – 24%, сауҙагәр ҡыҙҙары – 37%, хәлле крәҫтиән ҡыҙҙары – 30%, руханиҙар ҡыҙҙары – 4% һәм башҡа ҡатлам ҡыҙҙары — 5%. 1915 й. Өфө губ. 9 дәүләт һәм шәхси Г. 2508 кеше уҡый, шуларҙың 67-һе башҡорт һәм татар (51 ир-егет һәм 16 ҡатын-ҡыҙ) була. 1918 й. бөтә Г. бөтөрөлә һәм дөйөм белем биреү мәктәбе тип үҙгәртелә. 1990-сы йй. башлап Г. инновацион типлы уҡыу йорто булараҡ яңынан асыла башлай, улар төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреүҙең дөйөм уҡытыу программаларын ғәмәлгә ашыра, уҡыусыларға гуманитар профилле фәндәр б‑са тәрән белем биреүҙе тәьмин итә һ.б. 2000 й. БР-ҙа гуманитар һәм художестволы йүнәлешле 68 (49,6 мең уҡыусы), 2006 й. – 70 (44,9 мең), 2010 й. – 79 (51,2 мең уҡыусы) Г., ш. иҫ. Аксаков гимназияһы №11, Благовещен гимназияһы №1, Гимназия №3, Гимназия-интернат №1, Гимназия-интернат №2, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия‑интернаты, Стәрлетамаҡ гимназияһы №1, Татар гимназияһыӘлмөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназия-интернат, эшләй.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019