Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

Просмотров: 1746

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1828 й. асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Инеү имтихандарын тапшырған 10 йәше тулған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10 һум). Әҙерлек класы эшләй. Уҡыу курсы — 8 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора, ш. уҡ татар теле (1853 й. алып), ислам нигеҙҙәре (1869 й. алып) индерелә. Тамаша залы, китапханаһы (4,7 меңдән ашыу китап), уҡыу, йоҡо һәм мед. бүлмәләре, физика лаб., ашхана, сиркәү, метеорология ст., баҡсаһы була. Ө.и.б.г. эргәһендә дворян һәм чиновник балалары өсөн пансион (1844 й. алып), мохтаж гимназистар өсөн Полежаев пансионы (1865 й. алып) эшләй. 1859 й. гимназия эргәһендә 2 йыллыҡ ер үлсәү һәм таксация (урманды матди баһалау) кластары асыла. 1828 й. гимназияла 18, 1863 й. – 204, 1900 й. 482 кеше уҡый. Гимназия м‑н П.М.Лебедев, П.Е.Размахнин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1903 й. уҡыу йортон 785 кеше тамамлаған, улар араһында М.В.Авдеев, В.И.Альбанов, Н.Ғ.Н.Байтирәков, Г.Белорецкий, И.Е.Бондаренко, А.В.Венедиктов, В.Д.Галанов, И.С.Герасимов, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Н.Заварицкий, Иван С., М.С. һәм Э.С. Кадомцевтар (ҡара: Кадомцевтар), П.И.Кларк, С.И.Ковалёв, П.В.Мальков, М.Л.Михайлов, М.В.Нестеров, Б.Н.Нимвицкий, В.П.Одинцов, П.П.Пекарский, А.П.Пинкевич, Е.С.Сазонов, А.П.Серебровский, А.А.Смородинцев, В.И.Хохряков, Б.Д.Четвериков. Гимназияла “Мозаика” әҙәби йыйынтығы нәшер ителә. 1919 й. Ө.и.б.г. икенсе баҫҡыс 2‑се мәктәп итеп үҙгәртелә (ҡара: Аксаков гимназияһы ¹11). Дир.: С.С.Завьялов (1828 й. алып), И.В.Базилев (1831 й. алып), В.А.Толвинский (1858 й. алып), А.С.Савин (1863 й. алып), В.П.Панов (1865 й. алып), Я.В.Любарский (1876 й. алып), В.Н.Матвеев (1879 й. алып). Бинаһы (1847 й. төҙөлгән; хәҙ. БДМУ‑ның 2‑се корпусы) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора, унда Венедиктовҡа (1988) һәм Заварицкийға (1977) арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында бинала фельдшерлыҡ мәктәбе һәм ғәскәри частар урынлаша.

Әҙәб.: Л у к м а н о в а Х.Х. Национальная школа Башкортостана: история и перспективы. М., 2003; А х м е р о в а Ф. Приготовительное заведение //Судеб связующая нить: краевед. альм. Уфа, 2006.

В.Н.Буравцов

Тәрж. А.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: