Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БАЛЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 694

ИҪКЕ БАЛЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ахман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 67 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 834 кеше; 1920 — 1022; 1939 — 865; 1959 — 831; 1989 — 580; 2002 — 527; 2010 — 489 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, 1786 й. алып Балыҡлы исеме м‑н билдәле. 1834 й. дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары, типтәрҙәр иҫәпкә алынған. 1865 й. 107 йортта 741 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Балыҡлы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. М.М.Басиров, Ф.З.Ғәбдрафиҡов, Р.Ф.Ғәлиев, Д.Б.Мурзин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019