Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАМЫШЛЫ, Кушнаренко р-нындағы ауыл

Просмотров: 658

ИҪКЕ ҠАМЫШЛЫ, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Иҫке Ҡамышлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡамышлы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1658 кеше; 1920 — 1871; 1939 — 706; 1959 — 1074; 1989 — 784; 2002 — 752; 2010 — 701 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала; 1761 й. Ҡамышлы исеме м‑н билдәле. 1865 й. 138 йортта 849 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 5 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. Ҡамышлы бүлендек ауылы (хәҙ. Яңы Ҡамышлы а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Х.Мөхтәр ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019