Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ

Просмотров: 1496

ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ, башҡорттарҙа традицион йөрөү саралары. Кәмә, һал һәм борам киң таралған. Кәмә һәм борам күк тирәк, өйәңке, йүкә, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағастан; һал ағастың төрлө төрҙәренән һәм ҡамыштан яһалған. Әҙерләмәне балта, кәмәсабыр (ҡупы, ҡубыл), бөрөз, өҫтөн кәкере йышҡы һ.б. м‑н эшкәрткәндәр. Кәмә м‑н идара итеү өсөн ишкәк (кәмә көрәге) йәки ҡолға (шыйҙа) ҡулланғандар. Бер ағастан (йоморо кәмә, йүгерек кәмә, ялғаш кәмә, ҡайыҡ) соҡоп яһалған, борты таҡтанан эшләнгән һәм таҡта кәмә (ялпаҡ кәмә) булған. Соҡоп яһалған кәмә күк тирәк, өйәңке, йүкә, уҫаҡ, ҡарағай йәки ҡарағастан соҡоп һәм юнып эшләнгән. Бүрәнәнән яһалған кәмәләрҙең (оҙонлоғо 3—4 м һәм киңлеге 0,7—0,8 м) корпусы күләмле, морон өлөшө осло һәм төбө оҙонса түңәрәк булған. Ҡайһы берҙә тотороҡлолоғон көсәйтеү өсөн кәмәнең ситтәренә бүрәнә бәйләгәндәр, таҡта ҡаҙаҡлағандар (ҡанат кәмә); ҡайһы берҙә ике кәмәне бер‑береһенә беркеткәндәр (ҡуш кәмә). Борттары ки­ңәйтелмәле кәмәләр идара итеүҙә еңел булыуы һәм күп йөк күтәрә алыуы м‑н айырылып торған. Бындай кәмәләрҙең борттары һәм төбө йоҡа, ҡойроҡ һәм морон өлөшө күләмле булған. Борттарҙы киңәйтеү өсөн төрлө йомшартыу ысулдары ҡулланылған: кәмәне усаҡ өҫтөндә тотоп, һыу һипкәндәр; һыу м‑н тултырғандар һәм ҡыҙған таш йәки усаҡ ярҙамында йылытҡандар; оҙайлы ваҡытҡа янған тиреҫ аҫтында ҡалдырғандар. Соҡоп яһалған кәмәнең эсенә махсус таяҡ‑терәүҙәр (тата) ҡағып, уларҙы кәмә тулыһынса кипкәнгә тиклем ҡалдырғандар, һуңынан борттың эске өлөшөн дуға рәүешендәге туғындар м‑н нығытҡандар. Соҡоп яһалған кәмәләр күлдәрҙә, Ағиҙел й. урта һәм түб. ағымы басс., Еҙем, Ләмәҙ, Нөгөш, Оло һәм Кесе Инйәр, Оло Ыйыҡ, Өфө, Тере Танып йй. киң ҡулланылған. 19 б. аҙ. алып Башҡортостандың бөтә терр‑яһында яҫы һәм осло төплө, морон өлөшө, һирәгерәк ҡойроҡ өлөшө ослайған таҡта кәмәләр киң таралған. Осло төплө кәмәләрҙең бер нисә ишкәге булған, күп йөк күтәрә (4—6 кеше йәки 400 кг тиклем йөк һыйҙырған) алған. Шулай уҡ йылға һәм күлдәр аша сығыу өсөн ҙур булмаған һал (кәшмәк) файҙаланылған. Улар 2—4 бүрәнәнән һәм һайғауҙарҙан яһалған, бер‑береһенә тал, муйыл сыбыҡтар йәки йүкә бау м‑н беркетелгән, ҡайһы берҙә таҡта түшәлгән; ишкәк һалдың алғы өлөшөнә ҡуйылған. Ағас ағыҙыу, мәғдән, ағас материалдар һ.б. ташыу өсөн ҙур һалдар ҡулланғандар, улар 5 һәм унан да күберәк бүрәнәләрҙән ҡоролған, бер‑береһенә йүкә арҡандар м‑н беркетелеп, оҙон бүрәнәләр ярҙамында нығытылған; һалдың ике осона идара итеү өсөн ҡолғалар ҡуйылған. Бындай һалдар урман һәм урман‑тау райондарында, урман кәсептәре һәм тау сәнәғәте үҫешкән райондарҙа киң ҡулланылған. Ыҫланған мал тиреһенән эшләнгән һалдар (эсенә һауа йәки сепрәк‑сапраҡ тултырылған) үҙенсәлекле булған, улар күсмә һыйырсылыҡ үҫешкән райондарҙа таралған. Йылға аша сығыу өсөн башлыса борамдар (бер‑береһенә беркетелгән ике ҙур кәмә, уларҙың өҫкө өлөшөнә төкәтелгән яндауырлы һәм ҡолғалы таҡта майҙансыҡ ҡуйылған) файҙаланылған. Конструкцияһы б‑са төрлө булған кәмәләр, һалдар һәм борамдар мордва, сыуаш, татар, урыҫ, удмурт һ.б. Башҡортостан халыҡтарында таралған. 20 б. Башҡортостандың тау һәм тау‑урман райондарында, Ағиҙел һәм Өфө йй. басс. йәшәгән халыҡ төрлө кәмәләр яһау традицияһын һаҡлаған һәм уны көнкүрештә киң ҡулланыуҙы (башлыса яҡын араларға барыу, һыу аша сығыу) дауам иткән. Шулай уҡ ҡара: Йылға транспорты.

Әҙәб.: М у л л а г у л о в М.Г. Традиционные водные средства передвижения у восточных башкир в конце XIX — начале XX в. Обычаи и культурно‑бытовые традиции башкир. Уфа, 1980; ш у л у ҡ. Башкирский народный транспорт. XIX — начало XX в. Уфа, 1992; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. С изм. и доп. Уфа, 2006.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.02.2020