Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БӨРТӨК, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 652

ИҪКЕ БӨРТӨК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 63 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 478; 1939 — 559; 1959 — 568; 1989 — 348; 2002 — 346; 2010 — 364 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Бура урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1641 й. алып Бөртөк (тәүге төпләнеүсе Бөртөк Ҡоҙабахтин исеменән) исеме м‑н билдәле. 1681 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы мариҙар, һуңыраҡ яһаҡлы татарҙар (һуңынан бөтәһе лә типтәрҙәр ҡатламына күсә) күсеп ултырған. 18 б. уртаһында Яңы Бөртөк а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 15 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 318 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019