Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 820

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сыртлан а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. М.Ф.Обыдённов тарафынан 1976 й. асыла һәм 1977 й., 1982 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурғандан (диам. 14–16 м, бейеклеге 0,1–1,2 м) тора, 11‑е өйрәнелгән (уларҙың 5‑әүһе ҡурған, ҡалғандары тәбиғи ҡалҡыулыҡ). Бура мәҙәниәте ҡәберҙәрендә мәйеттәр уң ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Спираль һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән һөйәк тишкестәр табылған. Сармат мәҙәниәте ҡәберҙәрендә мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н көньяҡ- көнсығышҡа ҡаратып (1 мәйет ҡурғанда бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғала) ерләнгән. Керамика биҙәлмәгән (ш. иҫ. шамот, балсыҡ ҡушып эшләнгән ҡара төҫтәге) һәм муйындары горизонталь, яурындары тулҡынлы һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән һауыттарҙан; ике ҡолаҡлы көршәктән, бәләкәй йоҡа тышлы яҫы төплө туҫтаҡтан һ.б. ғибәрәт. Тимер бысаҡ, балсыҡ орсоҡбаш, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы бронза һәм тимер быуаттар осоронда Көньяҡ Урал буйына төрлө халыҡтарҙың, ш. иҫ. сарматтарҙың, күсеп ултырыу этаптарын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә.

Әҙәб.: О б ы д ё н н о в М.Ф. Археологические памятники верховьев Агидели. Уфа, 1997.

Р.Б.Исмәғилев, М.Ф.Обыдённов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: