Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

Просмотров: 1618

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең үтәүен тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы кеше. Башҡортостанда вазифа 1996 й. Кеше хоҡуҡтары буйынса БР вәкиле булараҡ раҫлана, 2007 й. алып хәҙерге исемдә. Вәкил эшмәкәрлеге РФ һәм БР Конституциялары, “Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында” БР Законы (2007) менән көйләнә. Кеше хоҡуҡтары һәм иреклеге өлкәһендә етерлек белеме һәм уларҙы яҡлау буйынса тәжрибәһе булған, 30 йәше тулған РФ гражданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдиме буйынса 5 йылға тәғәйенләнә. РФ, сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр тарафынан власть органдарының, вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙары йәки эш итеүҙәре (эш итмәүҙәре) өҫтөнән бирелгән, административ йәки суд тәртибендә ҡаралған, ләкин мөрәжәғәт итеүсене ҡәнәғәтләндермәгән ялыуҙарҙы тикшерә. Вәкил БР закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары ултырыштарында булырға; уларға граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр ебәрергә; граждандар хоҡуҡтарын һәм иректәре боҙоу факттары буйынса компетентлы дәүләт органдары алдында — дисциплинар йәки административ эш ҡуҙғатыуҙы, БР Прокуратураһы алдында көсөнә ингән суд актын тикшереүҙе юлларға; власть органдары һәм вазифалы кешеләр эшмәкәрлеген тикшереүҙе тормошҡа ашырырға; РФ һәм БР ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһарға; конституцион хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе боҙоуға бәйле БР Конституция Судына мөрәжәғәт итергә һ.б. хоҡуҡлы. Вәкил ҡарамағында консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн эксперт советы эшләй. БР Башлығына, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, БР Конституция Судына, БР Юғары Судына, БР Арбитраж Судына, БР Прокурорына БР-ҙа кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен күҙәтеү тураһында йыллыҡ доклад ебәрә. БР-ҙа К.х.б.в.: С.Б.Ғәзизов (1996 й. алып), Ф.Ғ.Тоҡомбәтов (2005 й. алып), Р.Ф.Ҡәйүмов (2009 й. алып), М.И.Закомалдин (2021 й. алып).

Р.Ф.Ҡәйүмов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021
Связанные темы рубрикатора: