Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ӘЗМЕЙ, Баҡалы р-нындағы ауыл

Просмотров: 687

ИҪКЕ ӘЗМЕЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 73 км алыҫлыҡта Өшә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1232 кеше; 1920 — 1323; 1939 — 780; 1959 — 537; 1989 — 406; 2002 — 418; 2010 — 343 кеше. Керәшендәр, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫарылы- Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып Әзмей исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. бында ш. уҡ типтәрҙәр, сирмештәр иҫәпкә алынған. 1795 й. 30 йортта 218 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 649 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Әзмей бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019