Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ИБРАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 780

ИҪКЕ ИБРАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 1040; 1939 — 825; 1959 — 560; 1989 — 328; 2002 — 283; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ләкәнде а. типтәрҙәре Ибрай (тәүге төпләнеүсе Ибрай Теребаев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Ибрай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 28 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 80 йортта — 607 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

 М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019