Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1170

ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 252 кеше; 1939 — 437; 1959 — 326; 1989 — 1052; 2002 — 925; 2010 — 907 кеше. Урыҫтар, татарҙар, немецтар йәшәй (2002). П. — “Регион” агросәнәғәт хужалығы ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Фолькскланг” ансамбле), китапхана, кирха бар; немец тарихи‑мәҙәни үҙәге, “Видергебурт” ойошмаһы филиалы эшләй.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә алпауыт Базилевскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Таврия губ. күсеп килеүселәр Нейпришиб исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ 6‑сы Пришиб, 6‑сы Колония исемдәре м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019