Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАМФЛЕТ

Просмотров: 1131

ПАМФЛЕТ (ингл. — pamphlet), билдәле ижт.‑сәйәси күренешкә (дәүләт, хөкүмәт, класс, идея хәрәкәте, ҡайһы берҙә — тотош ҡоролошҡа) йәки йәмғиәттәге конкрет абруйлы эшмәкәрҙәргә (сәйәсмәндәргә, социологтарға, ғалимдарға, әҙиптәргә) ҡаршы йүнәлтелгән киҫкен һәм экспрессив фашлау м‑н характерланған публицистика жанры. П. ирония, сарказм һәм патетика хас. Публицистик әҫәрҙәр м‑н бер рәттән, П. үткер сатирик художестволы әҫәрҙәр индерелә, уларҙа публицистикалыҡ һәм фашлауҙың тарихи конкретлығы көслө, характерҙарҙың һәм сюжеттың төҙөлөшө башлыса уларҙың логикаһына түгел, ә автор идеяһына, уның фекеренә нигеҙләнә. Башҡорт әҙәбиәтендә памфлет башланғысы 19 б. — 20 б. башы яҙыусылары Аҡмулла, М.И. Өмөтбаев, С.С.Яҡшығолов әҫәрҙәрендә осрай. 20 б. 20—30‑сы йй. П. жанрына М.Ғафури (“Күҙ бәйләш — һуҡыр тәкә”, “Сит ил ҡунаҡтары”), С.Ҡудаш (“Ялчин күҙенә күренгән ялҡын”), Б.Ишемғол (“Сабир мулланың ҡәберҙән яҙған хаты”), С.Агиш (“Шартына килһен”) һ.б. мөрәжәғәт итә, уларҙың сатираһының объекты булып, башлыса синфи дошмандар тора (буржуазия, мещанлыҡ, руханиҙар). А.Ш.Ғирфановтың “Дан туртаһы” (1970; урыҫса тәржемәһе 1975) романы, М.Т.Ғиләжевтең “Бәләкәй баш” (1989) йыйынтығындағы хикәйәләрендә, М.Кәримдең “Диктаторға ат бирегеҙ!” (1980) комедияһында һ.б. памфлетлылыҡ төп һыҙат булараҡ сығыш яһай. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында үҙгәртеп ҡороуға бәйле ижт.‑сәйәси күренештәрҙе фашлаған П. донъя күрә: Ә.Ҡ.Атнабаевтың “КПСС менән хушлашыу”, “Ғәйеп итмәҫтәр”, Н.Нәжмиҙең “Тәфтиләүҙәр йәшәй арала”, М.Сәлимдең “Суверенлы төш” һ.б.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006; В а х и т о в Ә.Х. Башҡорт прозаһының жанр‑стиль ҡанундары. Өфө, 2007.

Р.Ҡ.Әмиров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: