ПЕТРОВ Дмитрий Васильевич
ПЕТРОВ Дмитрий Васильевич (1.2.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2007). 19‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.Р.Грушина), 2003—09 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Рәсәй кубогын яулаусы (2006), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2004, 2007); команда зачётында Рәсәй чемпионы (2004), Европа чемпионатының бронза призёры (2006), шәхси һәм команда зачёттарында Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы (2005—07). Донъя (2005), Европа (2003) чемпионы, донъя Кубогы этабы еңеүсеһе (2004—05), үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призёры (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2006—08). 2009 й. алып спорт профилендәге 5‑се Республика мәктәп‑интернатының спорт эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина