Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРУШИНА Лира Рим ҡыҙы

Просмотров: 1251

ГРУШИНА Лира Рим ҡыҙы (1.6.1967, Өфө ҡ.), тренер. Фехтование буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1984). БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2002). Омск физик культура институтын тамамлаған (1989).Зенит ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.И.Емельянов, Г.М.Сорокина). Шәхси зачётта РСФСР кубогын яулаусы (1990), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1990) һәм бронза (1987) призёры. 1985 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң, 1989 й. — 4‑се СДЮШОР‑ҙың тренер‑уҡытыусыһы; 1994 й. — Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә эшләй (2009 й. башлап директор), бер үк ваҡытта 2001—10 йй. Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Петров, Т.М.Сафин, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры А.С.Иванов, шулай уҡ 26 Рәсәй спорт мастеры. Халыҡтар дуҫлығы (2016), Салауат Юлаев (2021) ордендары, 1‑се (2022) һәм 2‑се (2017) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалдары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора: