Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘМӘЛИ ЯНҒЫН СПОРТЫ

Просмотров: 1082

ҒӘМӘЛИ ЯНҒЫН СПОРТЫ. Янғын һүндереү практикаһында ҡулланылған төрлө алымдар комплексын үҙ эсенә ала. Ғ.я.с. б-са ярыштар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу б-са төрлө күнекмәләр, янғын һүндереү баҫҡыстары буйлап күтәрелеү, янғын һүндереү-техника ҡорамалдарын ҡуллана белеү оҫталығын һ.б. күрһәтә. Башҡортостанда Ғ.я.с. 20 б. 30-сы йй. аҙ. “Динамо” ДСО-һы эргәһендә үҫешә һәм ЭЭМ-дың БР б-са (2002 й. алып Рәсәйҙең БР б-са Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы) янғын һағы бүлектәрендәге хеҙмәткәрҙәрҙең хәрби әҙерлегенең ҡушма өлөшө булып тора. 1957 й. БАССР-ҙың йыйылма командаһы РСФСР-ҙың зона беренселегендә ҡатнаша һәм көмөш призёр була. 1973 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Ғ.я.с. күнекмәләре өсөн Башҡортостанда беренсе ябыҡ манеж төҙөлә. Респ. Рәсәй чемпионаты (1998), бөтә Рәсәй зона ярыштары (1999, 2001, 2007), ябыҡ бинала Рәсәй чемпионаты (2008), донъя чемпионаты (2009) үткәрелә. Респ. йыйылма командаһы – хәрби әҙерлек һәм янғын һүндереү эстафетаһы б‑са Рәсәй кубогын яулаусы (1996), РСФСР чемп. (1952), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1975, 1981) һәм бронза (1976, 1978, 1981, 1983) призёры; үҫмерҙәр йыйылма командаһы – янғын һүндереү эстафетаһында СССР чемп. (1977—78), хәрби әҙерлектә СССР беренселегенең бронза призёры (1978). Респ. Ғ.я.с. б-са СССР-ҙың тәүге спорт мастерҙары — Х.Ф.Сираев, В.В.Смирнов, З.Г.Шаһиев, О.В.Шендель (бөтәһе лә — 1973). Халыҡ-ара ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә С.В.Акшенцев, донъя чемпионатының еңеүсеһе һәм көмөш призёры С.В.Афанасьев (2011) ирешә. СССР чемп.: Сираев, Смирнов (икеһе лә — 1975—78), О.Иванов (1981 й. үҫмерҙәр араһында). РСФСР чемп.: Шаһиев, Шендель (икеһе лә — 1973, 1975), М.Ф.Садиҡов, Г.В.Шатов (икеһе лә — 1982). Рәсәй чемп.: И.Б.Ғибәҙуллин, Д.А.Фирсов (икеһе лә — 2008), Афанасьев (2008, 2010). Өфөлә (2) һәм Стәрлетамаҡта ябыҡ манеждар эшләй; Ғ.я.с. м-н 3,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 2008 й. алып БР Ғ.я.с. федерацияһы эшләй.

И.И.Исмәғилев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019