Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИЮТ, Бәләбәй р‑нында ҡала тибындағы ҡасаба

Просмотров: 1198

ПРИЮТ, Бәләбәй рнында ҡала тибындағы ҡасаба, Приют ҡасаба советы үҙәге; т. юл станцияһы. Бәләбәй ҡ. К.Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Куйбышев т. юлында (Абдулла—Кропачёво участкаһы), Бәләбәй—Йәрмәкәй— Приют автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 104 кеше; 1920 — 606; 1939 — 1250; 1959 — 20468; 1989 — 19262; 2002 — 21150; 2010 — 20891 кеше. Урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). П. “Приют нефть сығарыуҙы автоматлаштырыу идаралығы”, «“Нефтестроймонтаж” Приют идаралығы», “Газпром Трансгаз Уфа” ЯСЙның Приют магистраль газ үткәргестәре линияпроизводство идаралығы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, “Башнефть” АНКның “Башнефть—Ишембай” филиалы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы филиалы эшләй. Музыка, художество мәктәптәре һәм 3 урта мәктәп, 6 балалар баҡсаһы, Балалар ижады үҙәге, спортһауыҡтырыу комплексы, туберкулёзға ҡаршы дауахана, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, мәсет, Тихвин Божья Матерь иконаһы ҡорамы бар. Ҡасабаға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре бәләкәй ауыл булараҡ нигеҙһала. Шулай уҡ Йорт исеме мн билдәле булған. 1865 й. 14 йортта 82 кеше йәшәгән. Игенселек, малсҡ мн шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. П. а. (147 кеше), Приют Станцияһы (118 кеше), П. (341 кеше) ҡасабалары иҫәпкә алынған; 1939 й. Приют Станцияһы (1082 кеше), П. (115 кеше) ҡасабалары теркәлгән. 20 б. башында П. Любино а. (19 б. башында нигеҙләнгән), 1956 й. — Приют МТСы ҡасабаһы (30сы йй. нигеҙләнгән), 1959 й. — Болан а., 2005 й. Кесе Приют, Плодопитомник (икеһе лә 50се йй. нигеҙләнгән) ҡасабалары ҡушылған. П. Шкапов нефть ятҡылығы эшкәртелгән ваҡытта үҫеш алған. 1930—32 йй. — Приют районының адм. үҙәге, 1956—2004 йй. Бәләбәй ҡ. составына ингән. 1956 й. хәҙ. статусын ала. С.Т.Пашин ошо ҡасабала тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019