Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО

Просмотров: 1513

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО, башҡ. йәмғиәтенең генеалогик туғанлыҡҡа ҡоролған традицион структураһы. Ярым күсмә (ҡара: Күсмә тормош), малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында барлыҡҡа килә, йола һәм тарихи‑мәҙәни традициялар м‑н бәйле була. Тарихи сығанаҡтарҙа, ш. иҫ. шәжәрәләрҙә, Б.ы.‑ҡ.ҡ. төрлө варианттары теркәлгән: башҡ. ҡәбиләләренең күпселеге 3 баҫҡыслы (ҡәбилә—ырыуырыу бүленеше) булған, ш. уҡ 2 (ҡәбилә—ырыу бүленеше; түңгәүер, һырҙы), 4 (ҡәбилә— ырыу—ырыу бүленеше—ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө; ҡатай), 5 (ҡәбилә—ырыу—бүлендек ырыу—ырыу бүленеше—ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө; табын) баҫҡыслы ҡоролошлолары осраған. Ҡоролош эсендәге баҫҡыстар һаны һәм улар араһындағы сиктәр даими үҙгәреп торған, яңылары барлыҡҡа килгән йәки береһе икенсеһенә күскән, юғары баҫҡыстарҙан аҫҡыларына табан үҙгәреүсәнлек көсәйә барған. Шулай уҡ ырыу‑ҡәбилә берләшмәләрен барлыҡҡа килтергән бер нисә ҡәбилә союздары осраған.

Ҡоролоштағы өс төркөм (ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленеше) төп әһәмиәткә эйә булған, ҡалғандары, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың береһенән икенсеһенә күсеү торошон сағылдырған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң уларҙың мәғәнәһенең һаҡланыуы, нигеҙҙә, ер милкенә мөнәсәбәткә һәм ерҙе файҙаланыу системаһындағы урынға бәйле булған. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ҙур ырыу ер милке хужаһы булған, 18 б. аҙ. ҡарай ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре, нигеҙҙә, ырыу аҫаба ерҙәренә тарҡалған. Юридик яҡтан һаҡланып ҡалған ырыу аҫаба ерҙәре сиктәрендә ерҙе файҙаланыуҙы көнсығыш Башҡортостанда ырыу бүленештәре, 18 б. ҡарай игенселек киң таралған көнбайышта — ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө йәки айырым ғаиләләр тормошҡа ашырған, һөҙөмтәлә күп райондарҙа ырыу бүленештәре яйлап тарҡалған һәм Б.ы.‑ҡ.ҡ. дөйөм сылбырынан төшөп ҡалған. Ҡәбилә йәки ырыуҙар эсенә күсеп килгән халыҡ төркөмдәренең инеүе, уларҙың ерҙе файҙаланыуға хоҡуҡ алыу маҡсатында ырыу йәки ырыу бүленештәренә (“татар”, “ҡалмыҡ”, “ҡаҙаҡ”, “ҡарағалпаҡ” һ.б. тармаҡтар осрай) әүерелеүе общиналағы генетик бәйләнештәрҙе йомшартҡан һәм терр. бәйләнештәрҙе нығытҡан. Төрлө тарихи осорҙарҙа Б.ы.‑ҡ.ҡ. ҡатламдары өсөн экзогамия хас булған. Төп ырыу‑ҡәбилә атрибуттарының (тамға, оран, онгон, тотем ағасы) уртаҡлығы ҡайһы бер осраҡтарҙа тотош ҡәбиләгә хас булһа, башҡаларында — тик ырыу өсөн.

Б.ы.‑ҡ.ҡ. структураһы өлөштәре сиктәренең тотороҡһоҙлоғо уларҙың терминологияһында сағылыш тапҡан (ҡара: Этнонимика). Ырыу термины ҡәбиләне лә, ырыуҙы ла аңлатҡан, көньяҡ‑көнсығыш башҡорттар ҡәбиләне ҡайһы ваҡыт өлкән ырыу, төньяҡ‑көнсығыш башҡорттар ил (ш. уҡ ырыу мәғәнәһендә лә ҡулланыла алған) тип йөрөткән. Ырыуҙы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарында, нигеҙҙә, түбә, төньяҡ- көнсығышта аймаҡ тип атағандар, көнбайышта ике төшөнсәне лә ҡулланғандар. Ырыу бүленешен төбәктең төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, ырыу кеүек үк, аймаҡ тигәндәр, ҡайһы бер райондарҙа нәҫел, тармыт, төркөм, ос, йәүер, түбә тигән терминдар йөрөгән; көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — ара, ҡайһы ваҡыт — ырыу йәки түбә; көнбайышта — аймаҡ, ара йәки нәҫел; көнбайышта һәм төньяҡта ш. уҡ һуңыраҡ осорҙарға ҡараған йәки сит телдәрҙән үҙләштерелгән тамыр, тармыт, тоҡом, зат, быуын, кидәк, паруд һ.б. терминдар файҙаланылған. Урта быуатта ҡәбиләләрҙең өлөштәргә бүленеүе айырыуса әүҙем барған, һөҙөмтәлә төп тамғалары оҡшаш, этногенетик риүәйәттәре бер сюжетҡа ҡоролған яңы ҡәбиләләр (табын‑ҡатай һ.б.) барлыҡҡа килгән. Шуның м‑н бергә төрлө осорҙа ҙур ҡәбиләләр (ҡыпсаҡ, ҡатай, әйле) тирәһендә уның төп ырыуҙары м‑н туған булмаған, ләкин ниндәй ҙә булһа тарихи йәки сәйәси шарттар м‑н бәйләнгән ырыуҙар тупланған һәм уларға ҡушылған. Ырыуҙар бүленеүе бер‑береһенә сығышы м‑н яҡын торған ырыу бүленештәренең ойошоу һәм айырымланыу юлы м‑н барған, һөҙөмтәлә бүлендек ырыу (табын ҡәбиләһе ҡара‑табын ырыуынан күк йүргәк, юрматы ҡәбиләһе тәлтем ырыуынан тәтегәс) барлыҡҡа килгән һәм ул биләгән ерҙәр үҙ аллы ырыу аҫаба ере булып киткән. Ваҡыт үтеү м‑н төп һәм бүлендек ырыу араһындағы буйһоноулы бәйләнеш юҡҡа сыҡҡан, был осраҡта улар ҡәбилә эсендә тиң функциялар һәм статус алған. Ырыу бүленештәрендә лә оҡшаш процестар барған: бүлендектәрҙең үҙ торамаһы (ҡара: Ауыл), күсеү юлдары (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре), зыяраты, тейешенсә үҙгәртелгән тамғаһы һ.б. булған көтөүлек‑күсмә төркөмдәре барлыҡҡа килгән, яңы ырыу бүленештәре үҙҙәрен инә ырыу бүленештәренең (улар м‑н бәйләнеш генеалогик төҫ алған) бер өлөшө тип түгел, ә ырыуҙың бер өлөшө тип таный башлаған. Был күренештең соц‑иҡт. нигеҙендә күсмә йәки ярым күсмә малсылыҡ хужалығының билдәле бер терр‑яла көткән малға теүәл иҫәп алып барыу талап иткән үҙенсәлеге ята. 18—19 бб. Рәсәй үткәргән адм., соц. сәйәсәт һәм ер сәйәсәте, малсылыҡ күләменең кәмеүе, игенселектең үҫеүе һ.б. һөҙөмтәһендә Б.ы.‑ҡ.ҡ. ҡайһы бер өлөштәре (нигеҙҙә, юғарылары) башҡорттарҙың ижт. тормошонда әһәмиәтен яйлап юғалта һәм традициялар арҡаһында ғына йәшәүен дауам итә.

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019