Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘБИЛӘ

Просмотров: 1380

ҠӘБИЛӘ, этник һәм соц. берлек тибы. Ҡ. уның ағзаларының үҙ-ара туғанлығы, күп баҫҡыслы структура, этнонимы (ҡара: Этнонимика), сиктәре теүәл билдәләнгән терр‑яһы, теле (йәки диалекты), дөйөм ҡәбилә үҙидараһы (башлыҡ, ҡәбилә кәңәшмәһе), уртаҡ ата-баба т‑да төшөнсә (башлыса мифик ата-баба) булыу, мәҙәниәт һәм дини инаныуҙарҙың оҡшашлығы хас. Башҡорттарҙа Ҡ., нигеҙҙә, ырыуҙарҙан һәм түбә, аранан (ҡара: Ырыу бүленештәре) торған һәм аныҡ структуралы (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо) булған; бер нисә Ҡ. берлеге ырыу-ҡәбилә берләшмәһен хасил иткән. Төп ырыу-ҡәбилә атрибуттары булып тамға, оран, онгон иҫәпләнгән; тарихи ваҡиғалар шәжәрәләрҙәтеркәлгән. Ҡ. башында бей торған, ул ҡарар ҡабул итерҙән алда халыҡ йыйыны (ҡоролтай, йыйын) һәм аҡһаҡалдар ҡоро м‑н кәңәшләшкән.

Ҡ. эсендә һәм Ҡ. араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр йола хоҡуғы нормаларына ярашлы көйләнгән. Һәр Ҡ. билдәле бер терр‑яны биләгән, айырым общиналар ер м‑н шул биләмә сиктәрендә файҙаланған (ҡара: Ерҙе файҙаланыу). Б.э. 2‑се мең йыллығының тәүге яртыһында ҡайһы бер Ҡ. башҡорт ырыуҙары берләшмәләренәтупланған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң жалованный грамоталарҙа башҡ. Ҡ. аҫаба ерҙәргә хужа булыуы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) юридик яҡтан раҫланған. Борондан Урал буйы һәм Ағиҙел й. урта ағымы терр‑яһы урындағы фин-уғыр ҡәбиләләренең таралып ултырыу һәм күсеп килгән һинд-иран ҡәбиләләре, боронғо төрки ҡәбиләләр м‑н әүҙем аралашыу өлкәһе булған. 9—10 бб. Урал буйына һәм Көньяҡ Уралға б.э. 1‑се мең йыллығында Һырдаръя й. тирәһендә һәм Арал буйында формалашҡан башҡ. Ҡ. килеп ултыра. Уларҙың этник нигеҙен иран күсмә ҡәбиләләре м‑н тығыҙ бәйләнеш тотҡан монгол һәм төрки ҡәбиләләр тәшкил иткән.

Башҡ. Ҡ. формалашыу тарихында 7 тарихи-этнографик осор билдәләнә: башҡ. (бөрйән, уран, үҫәргән), иртә фин- уғыр-самодий (өпәй, терһәк, һыҙғы, ыуаныш), болғар-мадьяр (бүләр, танып, юрматы), уғыҙ-ҡыпсаҡ (әйле), ҡыпсаҡ (ҡаңлы, ҡошсо, ҡыпсаҡ, мең), нуғай (нуғай-бөрйән, нуғай- юрматы) һәм Волга-Урал төбәгендә, Урта Азияла этник йоғонто һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтар (ҡаҙаҡтар, мишәрҙәр, татарҙар). Таралып ултырыу һәм этник тарих барышында башҡорттарҙың көньяҡ-көнсығыш (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы), төньяҡ- көнсығыш (бишул, бәҙрәк, бәкәтин, дыуан, көҙәй, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡошсо, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, мырҙалар, өпәй, табын, терһәк, һалйот, һеңрән, һыҙғы, һырҙы, әйле), көньяҡ-көнбайыш (мең), төньяҡ-көнбайыш (байлар, балыҡсы, бүләр, гәрә, ғәйнә, дыуанай, ирәкте, йылан, йәлдәк, йәнәй, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, таҙ, танып, ун, уран, ыуаныш, юрмый) төп этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килә.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023