Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМИРЯЗЕВ К.А. ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1559

ТИМИРЯЗЕВ К.А. ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1929 й. Өфө халыҡ мәғарифы ин‑ты базаһында асыла, 1957 й. алып Башҡорт дәүләт университеты. Институт составына мәктәпкәсә‑мәктәп (1933), тарих, физика‑матем., химия‑биол., тел һәм әҙәбиәт бүлектәре; 1934 й. башлап геогр., тәбиғәт фәндәре, тарих, физика‑матем., тел һәм әҙәбиәт, 1957 й. география, тәбиғәт фәндәре, сит телдәр, тарих‑филол., физика‑матем. ф‑ттары; көндөҙгө, киске, Уҡытыусылар ин‑ттары, Педагогика институты, ситтән тороп уҡыу секторы, Б.Нуриманов ис. пед. эшселәр ф‑ты, ҡыҫҡа ваҡытлы пед. курстар, 19 каф. инә. Тамамлаусылар юғары пед. белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вуз каф. м‑н ҒТИ һәм вуздарҙан эвакуацияланған ғалимдар (Украина ССР‑ы ФА акад. Л.А.Булаховский, Н.Н.Боголюбов, проф. В.Е.Лашкарёв, Н.Н.Петровский һ.б.) етәкселек итә. 1944 й. алып “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, 1951 й. — “Педагогика”, “Урыҫ теле” һөнәрҙәре б‑са аспирантура эшләй. 165 уҡытыусы араһында 1 фән д‑ры һәм 37 фән канд. (1957). Институт ғалимдары тарафынан Көньяҡ Уралдың геол. төҙөлөшө (Д.Г.Ожиганов), электроника (Е.Н.Грибанов), башҡорт теле (Ж.Ғ.Кейекбаев), башҡ. телен уҡытыу методикаһы (З.Ш.Шакиров), халыҡ мәғарифы тарихы (Ә.Ә.Йәнекәев), БАССР тарихы (З.Ә.Әминев) һ.б. өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. 7 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән. Дир.: Ш.Сөнчәләй (1929 й. алып), Х.М.Әбүнәғимов (1930 й. алып), Ш.С.Абҙанов (1931 й. алып), Ғ.Д.Дәүләтшин (1935 й.), М.А.Мендельсон (1935 й. алып), С.С.Зәйнәшев (1937 й. алып), Г.Т.Вәлиев (1942 й. алып), М.Й.Йәнгиров (1952 й. алып), Ш.Х.Чанбарисов (1954 й. алып).

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башк. гос. ун‑та. Уфа, 2004; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2024