Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 2079

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ, 1909 й. Өфөлә Уҡытыусылар институты булараҡ асыла, 1919 й. алып Халыҡ мәғарифы ин‑ты (1922—24 йй. Халыҡ мәғарифы практик ин‑ты), 1929 й. — Тимирязев К.А. исемендәге Педагогия институты, 1957 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә, 1958—92 йй. Октябрҙең 40 йыллығы исемендә. Университет составы: 11 ф‑т (башҡ. филол. һәм журналистика, биол., геогр., тарих, матем. һәм мәғлүмәт технологиялары, химия‑технология, роман‑герман филол., филол., филос. һәм соц., химия, иҡт., психология), Хоҡуҡ институты (1999 й. нигеҙләнгән), Физика-техника ин‑ты (2010), Иҡтисад, финанс һәм бизнес ин‑ты (2013), Сибай (ҡара: Сибай институты, 1993), Стәрлетамаҡ (1995; 2012 й. башлап филиал составында — Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Нефтекама (2000), Бөрө (ҡара: Бөрө социаль-педагогия академияһы; 2012) ҡҡ. филиалдары, Учалы ҡ. ф‑т (2000), Эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге һәм идара итеү ин‑ты (1998). Китапханаһы, 4 музейы (геол., зоол., БДУ тарихы, этнография), профилакторийы, редакция-нәшриәт үҙәге, 3 спорт комплексы, 2 спорт лагеры, геол. һәм геогр. экспедициялар һәм ялан практикаһы үткәреү өсөн 2 базаһы бар. БДУ эргәһендә колледж асылған (2000). Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 85 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. 57 һөнәр б‑са аспирантура, 13 һөнәр б‑са докторантура, докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са 11 совет эшләй. Уҡытыусылар араһында Рәсәй ФА‑ның 2 акад. һәм 3 мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 5 акад. һәм 10 мөхбир ағзаһы, 309 ф. д‑ры һәм 855 канд. (2010). Университет хеҙм‑рҙәре тарафынан 700‑ҙән ашыу уйлап табыу патентланған. 100 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. АҠШ, Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Финляндия, Франция ун‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Университетта йыл һайын 100‑ҙән ашыу дәреслек, уҡыу әсбабы, монография баҫылып сыға; “Вестник Башкирского университета” (“Башҡорт университеты хәбәрҙәре”) фәнни ж., “Кафедра” гәз., “Фольклор народов России”, “Исследование по семантике” (“Семантика буйынса тикшеренеү”; 18 сығарылыш) вуз‑ара фәнни хеҙмәттәр йыйынтыҡтары һ.б. нәшер ителә. Ректорҙары: Ш.Х.Чанбарисов (1957 й. алып), Р.Н.Ғимаев (1981 й. алып), М.Х.Харрасов (2000 й. алып), Ә.Ғ.Мостафин (2010 й. алып), Н.Д. Морозкин (2013 й. алып). Биол. ф‑ты бинаһы (Гоголь урамы, 11; 1885 й. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы; роман‑герман филол. ф‑ты бинаһы (Коммунистик урам, 19; 1905 й. төҙөлгән) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Кульшарипов М.М., Низамов А.Г. История Башкирского государственного университета. Уфа, 1997.

Ә.Ғ.Мостафин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2024