Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘРЖЕМӘ

Просмотров: 1168

ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘРЖЕМӘ, бер телдә йәшәп килгән әҫәрҙе икенсе телдә тергеҙгән әҙәби ижад төрө. Х.т. тәржемә эшмәкәрлегенең иң юғары формаһы булып тора, әҫәрҙең йөкмәт­кеһен тапшырыуҙы ғына түгел, ә төп нөсхәнең образдарын, уның стиль төрлөлөгөн, ш. уҡ авторҙың донъяға ҡарашын, эмоцияларын, интонацияһын тел саралары ярҙамында тулы һәм дөрөҫ сағылдырыуҙы күҙ уңында тота. Х.т. ярҙамында бер тел мөхитендәге һүҙ сәнғәтенең ситкә таралыуы мөмкин була, был әҙәбиәттәрҙең бер‑береһенә йоғонто яһауына һәм байыуына килтерә. Х.т. тәржемәсенән үҙенсәлекле тел һәм художестволы тойомлауҙы, төп нөсхәлә фекер йөрөтә алыуҙы, төрлө диалекттарҙы белеүҙе талап итә. Х.т. тарихы әҙәбиәт тарихының бер өлөшөн тәшкил итә. Милли әҙәбиәттәрҙең формалашыу осоро төп нөсхәләге ижади әҫәрҙәр м‑н бер рәттә торған тәржемәләр һанының артыуы м‑н йәнәш килә. Башҡорттарға билдәле булған тәүге башҡа әҙәбиәт әҫәрҙәре, атап әйткәндә, көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәре, 17—19 бб. ҡарай (ҡара: Иҫке баҫма китап, Ҡулъяҙма китап). Башлыса Урал‑Волга буйы төрки теленә тәржемә ителгән дини китаптар осрай: Т.Ялсығолдоң“Рисаләи Ғәзизә” (1795; “Ғәзизәгә хат”) китабы – Аллаяр суфыйҙың“Ҫабат әл‑ғажизин” (“Көсһөҙҙәр ныҡлығы”) китабына комментарийҙар; Ғ.Соҡоройҙың“Дибжаи Фаиза” (“Фаиза китабына инеш”) китабында – Аллаяр суфый әҫәрҙәре тәржемәһе һәм уларға шиғри комментарийҙар; Ә.Ҡарғалының“Тәржемәи хажи Әбелмәних әл‑бистәүиәс Сәғиди” (1845; “Сәйет биҫтәһе хажийы Әбелмәнихтең тәржемәләре”) китабына ингән Ҡөрьәндән алынған риүәйәттәрҙең һәм хәҙистәрҙең шиғри тәржемәләре, Ш.ЗәкиҙеңАттар, Науаи, Сәғди, Физули, Фирҙәүси һ.б. әҫәрҙәре тәржемәләре. Башҡорт телен өйрәнгән мәғрифәтселәр М.И.Иванов, С.Б.Күкләшев һ.б. үҙҙәренең дәреслектәрендә көнсығыш һәм урыҫ әҙәбиәте әҫәрҙәренең төрки теленә тәржемәләрен бирә. 1989 й. М.И.Өмөтбаев А.С.Пушкиндың

100 йыллығына “Баҡсаһарай фонтаны” поэмаһын һәм бер нисә шиғырын тәржемә итә. Урыҫ һәм башҡа әҙәбиәт әҫәрҙәре башҡорт теленәтәүгеләрҙән булып Н.Ф.Катанов һәм В.В. Катаринский һ.б. тарафынан тәржемә ителә. 20 б. 20‑се йй. алып Х.т. башҡорт әҙәбиәтенеңайырылғыһыҙ өлөшө була. 20—40 йй. урыҫ әҙәбиәте (Пушкин, М.Ю.Лермонтов, А.П.Чехов, Н.В.Гоголь, Н.А.Некрасов, И.С.Тургенев һ.б.), урыҫ совет классиктары (М.Горький, А.А.Фадеев, В.В.Маяковский, М.А.Шолохов), сит ил яҙыусылары (А.Барбюс, Г.Гейне, Р.Джованьоли, Х.Иосико, Дж.Рид, Р.Роллан, Р.Тагор) һәм СССР‑ҙың башҡа халыҡтары яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителә башлай. Б.В. һуғышы йылдарында украин яҙыусылары (П.Панч, М.Ф. Рыльский, Н.С.Рыбак, В.Н.Сосюра, П.Тычина һ.б.) әҫәрҙәре тәржемә ителә. 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте классикаһы, СССР халыҡтары әҙәбиәттәренең әһәмиәтле әҫәрҙәренә тәржемә яһала. Тәржемәселәр—нәфис һүҙ оҫталары плеядаһы (Х.Мохтар, Р.Ниғмәти, Х.Т.Бикҡолов, Ә.С.Гәрәев, Р.Й.Ғарипов, Ә.Әхмәт‑Хужа, Ә.М.Әминев) үҫеп сыға.

Башҡорт ауыҙ‑тел ижады әҫәрҙәре урыҫ теленә 19 б. тәржемә ителә башлай. Башҡорт фольклоры мотивтары б‑са Т.С.Беляев, П.М.Кудряшёв һ.б. тарафынан әҫәрҙәр яҙыла. “Баш­ҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор” (“Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; 1893) очеркында Р.Г.Игнатьев Салауат Юлаев шиғырҙарының һүҙмә‑һүҙ тәржемәһен бирә, автор иҫкәрмәһендә шиғырҙарҙың 1868 й. Ғ.Дәүләтшин тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгәнлеге күрһәтелә. Октябрь революцияһынан һуң Х.т. әүҙемләшә. Урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт әҙәбиәте киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә. Совет власы йылдарында башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре СССР халыҡтарының байтаҡ телдәренә, ш. уҡ сит телдәргә (инглиз, болгар, венгр, ҡытай, немец, поляк, румын, серб‑хорват, чех һ.б.) тәржемә ителә. 90‑сы йй. башлап тәржемәләр күләме кәмей. Башҡорт теленән урыҫ теленә тәржемәләр һүҙмә‑һүҙ тәржемә аша (Ю.А.Андрианов, В.В.Денисов, М.А.Дудин, Я.А.Козловский, С.И. Липкин, Л.Н.Мартынов, Е.М.Николаевская һ.б.) йәки туранан‑тура төп нөсхәнән (З.Д.Бураҡаева, Марс. А.Ғафуров, И.М.Кәримов, А.Г.Хөсәйенов, Р.Ғ.Хәкимов, В.Ф.Әхмәҙиев, Р.Б.Әхмәтов һ.б.) башҡарыла. Автотәржемәләр осрай (Ә.Һ.Бикчәнтәев, Ә.Хәким). Яҙыусылар союзында тәржемәселәр секцияһы эшләй. “Бельские просторы” ж. редакцияһы БР Яҙыусылар союзы булышлығында 2008 й. башлап шиғри тәржемәләрҙең респ. конкурсын үткәрә.

Әҙәб.: С а ф у а н о в С.Г. Межнациональные связи башкирской литературы. М., 1979; Взаимосвязи башкирской литературы с литературами народов СССР: библиогр. указ.: в 2 ч. Уфа, 1981–1987.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: