Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИРХУЖИН Рөстәм Вил улы

Просмотров: 1213

САБИРХУЖИН Рөстәм Вил улы (4.1.1978, Өфө ҡ.), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2009). Хәҙерге бишбәйге буйынса Республика СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры В.М.Чудновский). Шәхси зачётта Донъя кубогын яулаусы (2003), Рәсәй чемпионы (2001, 2003), Европа (2007) һәм Рәсәй (1998, 2000) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа чемпионатының бронза призёры (2005). Команда зачётында донъя (2004—05) һәм Европа (2000, 2007) чемпионы, Европа чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (2004) призёры, эстафетала Европа чемпионы (2008), донъя (2000, 2003, 2005) һәм Европа (2005) чемпионаттарының көмөш призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа (2 тапҡыр, 1998; 1999) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 1998) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2012). Рәсәй (1998—2010) һәм Ҡаҙағстан (2011—12) йыйылма командалары ағзаһы. 2013 й. алып БР‑ҙың ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенең фехтование буйынса тренеры (Өфө ҡ.), 2017 й. башлап хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәй ир‑егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022