Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФЕТДИНОВ Эмиль Дамир улы

Просмотров: 749

СӘЙФЕТДИНОВ Эмиль Дамир улы (26.10.1989, Салауат ҡ.), спортсы. Спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Салауат спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Д.Ш.Сәйфетдинов). “Мега‑Лада” (Тольятти ҡ., 2003—05, 2007—08), “Турбина” (Балаково ҡ., 2009—12, 2018—19), “Салауат” (Салауат ҡ., 2013—14) командалары һәм сит ил клубтары өсөн сығыш яһай. Шәхси ярыштарҙа Чехия, Швеция һәм Словения (бөтәһе лә — 2009) Гран‑приҙарын яулаусы, Европа чемпионы (2014—15), донъя чемпионатының бронза призёры (2009, 2019, 2021), “Чех Республикаһының алтын шлемы” (“Золотой шлем Чешской Республики”, Пардубице ҡ., Чехия, 2016) халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе; команда ярыштарында милли йыйылма командалар араһында Халыҡ‑ара мотоцикл федерацияһы турниры еңеүсеһе (Донъя кубогы; 2018—20), Европа чемпиондары кубогын яулаусы (2008), Рәсәй чемпионы (2005, 2007—09, 2011—12), донъя чемпионатының бронза призёры (2012, 2017); парлы уҙышта Рәсәй чемпионы (2005, 2009). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2007—08) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2005; 2008) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2002; 2 тапҡыр, 2003 һәм 2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2007 й. алып).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.05.2023