Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕНТАТОНИКА

Просмотров: 1148

ПЕНТАТОНИКА (гр. pénte — биш һәм tónos — тон) биш баҫҡыстан торған октава диапазонындағы тауыш системаһы. Күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, татар, мари көйҙәре П. нигеҙләнгән. П. 4 тибы билдәле: ярым тонһыҙ, ярым тонлы, ҡатнаш тонлы, темперациялы. Ярым тонһыҙ П. таҙа квинталар буйлап ойоша (до‑соль‑ре‑ля‑ми); тауыш рәттәренең күрше баҫҡыстары араһында 2 интервал — ҙур секунда һәм бәләкәй терция була. Төп тон функцияһын 5 тауыштың һәр ҡайһыһы башҡара ала, шулай итеп, бер үк тауыштарҙан торған П. 5 төрлө варианты барлыҡҡа килә: Көй башҡарылғанда төп тон ритм йәһәтенән, күп тапҡыр ҡабатланыу, тотороҡһоҙ тауыштар м‑н уратыу, функциональ әйләнештәр, йыш ҡына көйҙөң төп тонда тамамланыу һымаҡ һ.б. алымдар аша айырылып күрһәтелә. Башҡ. халыҡ музыкаһы мажор (до‑ре‑ми‑соль‑ля) һәм минор (ля‑до‑ре‑ми‑соль) ярым тонһыҙ П. нигеҙләнә. Был варианттарҙың берләшеүенән параллель‑алмашыныусан лад барлыҡҡа килә. Төрлө структуралы П. тауыштар рәтенең берләшеүе йәки айырым муз. ҡоролоштарҙың төрлө регистрҙарға интервал аша күсеүе һөҙөмтәһендә көй диапазоны киңәйә. Пентатоника ладтарында образдар семантикаһы ла төрлө. Мажор П. егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың дәртле, етеҙ бейеүҙәрендә (“Гөлнәзирә”, “Зарифа”), башҡ. төбәгенең матурлығын данлаған йырҙар һәм инструменталь көйҙәрҙә (“Һандуғас”, “Кәмәлек”, “Түңәрәк күл”, “Ағиҙел”, “Төйәләҫ”) осрай; марштар, туй йырҙары, таҡмаҡтар (“Поход маршы”, “Суҡ муйыл”, “Косилка, молотилка”, “Шәл бәйләнем”, “Наза”), ҡайһы бер эпик көйҙәр (“Ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Салауат батыр”), бәйеттәр (“Аҡмулла бәйете”, “Француз яуы бәйете”, “Урал тураһында бәйет”, “Саҡ‑Суҡ”) һ.б. уға нигеҙләнә. Минор П. халыҡ батырҙарын данлаған (“Абдрахман кантон”, “Буранбай”), башҡ. халҡы тарихындағы фажиғә‑ ле ваҡиғаларға арналған (“Ҡолой кантон”, “Төхвәт кантон”) йырҙарҙа осрай; ҡатын‑ҡыҙҙың ауыр яҙмышы т‑дағы оҙон көйҙәрҙең (“Шәүрә”, “Таштуғай”), йола йырҙарының (“Киленсәк”, “Сонайым”, “Алты егет”) һ.б. нигеҙен тәшкил итә. П. үҙенсәлектәренең диатоникаға үтеп инеүе башҡ. халыҡ музыкаһының төп үҙенсәлеге булып тора (“Ҡаһарман кантон”, “Порт‑Артур”, “Байыҡ”, “Ҡара юрға”, “Манеж”, “Ҡарабай” һ.б.). Муз. һүрәтләү сараларының береһе булараҡ, П. төрҙәре М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Р.В.Сәлмәнов, Д.Д.Хәсәншин, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәрендә ҡулланыла.

Әҙәб.: Г и р ш м а н Я.М. Пентатоника и её развитие в татарской музыке. М., 1960; А х м е т ж а н о в а Н.В. О формах взаимодействия пентатоники и диатоники в традиционной инструментальной музыке башкир //Пентатоника в контексте мировой музыкальной культуры. Казань, 1995.

Н.В.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: