Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 737

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡылары. С.ҡ.I б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Сибай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡандар. 1965 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1995—96 йй. В.Н.Васильев тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—20 м, бейеклеге 0,2—1 м) ҡәберлектәргә ҡарай. 13 ҡурғандан тора, 8‑е өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары тура мөйөшлө эстән көпләнгән һәм ябай ҡәберҙәрҙән тора, уларҙың бер өлөшө ағас түшәмәләр м‑н ябылған. Мәйеттәр башы м‑н көньяҡҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза көҙгө, сулпы, уҡ башағы, быяла муйынсаҡ, хайуан һөйәктәре табылған. С.ҡ.II Сибайҙың төньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. А.Х.Пшеничнюк 1975 й. аса һәм өйрәнә, ш. уҡ 1977 й. тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—50 м, бейеклеге 0,2— 1,5 м) ҡәберлектәргә ҡарай. 22 ҡурғандан тора, шуның 14‑е — Прохоровка мәҙәниәтенә, 5‑һе — һуң Сармат мәҙәниәтенә (б.э. 2—3 бб.), 3‑һө Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында башы м‑н башлыса көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, ҡәберҙәрҙең бер өлөшө ағас түшәмәләр м‑н ябылған. Эс яҡтан көпләнгән, ағастан эшләнгән ҡәбер өҫтө ҡоролмалары булған ҡәберҙәр осрай. Коллектив ерләү осраҡтары асыҡланған. Керамика ҡыя һыҙыҡтар, тешле штамп баҫып төшөрөлгән горизонталь кәкерсәктәр, һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк һәм яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (тимер хәнйәр, һөңгө осо, бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары), эйәр‑өпсөн (тимер ауыҙлыҡ, йүгәндең көмөш биҙәүестәре), бронза һәм көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, айылдар, биҙәүестәр (быяла муйынсаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгө, һөйәк балғалаҡ, балсыҡ орсоҡбаштар) табылған.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: