Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович

Просмотров: 1760

ПУЧКОВ Фёдор Абрамович (19.5.1886, Һамар губернаһы Быҙаулыҡ ҡ. — 2.2.1953, Колма ҡ., АҠШ), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑майор (1919). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби академияһын тамамлаған (С.‑Петербург ҡ., 1914). 1903—18 йй. рус армияһында, 1918 й. июль—декабрендә Халыҡ армияһында, 1919—20 йй. Рус армияһында. Июлдән Өфө губернаһында хәрби частар ойоштороу начальнигы, сентябрҙән 1‑се Өфө дивизияһы штабы начальнигы, октябрҙән 2‑се Өфө армия корпусы, 1919 й. февраленән 8‑се Кама дивизияһы начальнигы, 1920 й. апреленән Алыҫ Көнсығыш армияһы генерал‑квартирмейстеры һәм штабы начальнигы, 1921 й. июненән Амур буйы хөкүмәте ғәскәрҙәре штабы начальнигы, 1921 й. декабренән Уссурийск казак ғәскәренең ғәскәри атаманы. 1922 й. Ҡытайға, һуңынан АҠШ‑ҡа күсеп китә. 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1915), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915) һәм 3‑сө дәрәжә ҡылыслы (1914)  һәм бантлы (1915) Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1914) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: 8‑я Камская стрелковая дивизия в Сибирском Ледяном походе //Вестник Общества русских ветеранов Великой войны. Сан-Франциско, 1930. №48—55.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: