Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ

Просмотров: 1739

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә 1765—1861 йй. ер биләмәләре сиктәрен урында билдәләү һәм уларҙы юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары (ҡара: Ер сәйәсәте). 1765 й. 19 сент. “Бөтә империя буйынса ерҙәрҙе генераль ыҙанлау тураһындағы манифест”ҡа ярашлы, ыҙанлау үткәргән ваҡытҡа милексенең ергә хужа булыуының бәхәсһеҙлеге — төп принцип, ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү төп маҡсат булып торған. Ыҙанлау эштәренең тәртибе, эҙмә‑эҙлелеге, ер үлсәүселәрҙең бурыстары 1766 й. 13 февр. “Бөтә империяла генераль ыҙанлау буйынса ер үлсәүселәргә инструкция”ла билдәләнә, ыҙанлау учреждениеларының эшмәкәрлеге 1766 й. 25 майындағы “Ыҙан б‑са губерна канцелярияларына һәм провинция контораларына инструкция” м‑н регламентлана. Ырымбур губернаһында Г.ы., 1797 й. 25 июнендәге указ б‑са, 1798 й. яҙында башлана. Башҡорттарҙын ер биләү үҙенсәлектәре (башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы булыуы), ҡаҙна ерҙәре фондын һаҡлау һәм киңәйтеү кәрәклеге Ырымбур губ. Г.ы. үткәреүҙе көйләүсе бер нисә закон акты ҡабул итеүҙе талап итә. 1798 й. 14 авг. “Ырымбур, Һарытау һәм Сембер губерналарында ерҙәрҙе ыҙанлау өсөн юғары власть тарафынан раҫланған дөйөм ыҙанлау инструкцияһына өҫтәлмә статьялар һәм Сенат фекере”нә ярашлы — аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) биләгән бөтә ерҙәр һаҡлап ҡалдырыла, крәҫтиәндәргә 15 дисәтинәлек нормаһы билдәләнә. Башҡорттарҙың  аҫаба ерҙәрен һәм тау‑завод ерҙәрен ыҙанлау Сенаттың махсус ҡарарҙары (1803 й. 27 июлендәге һәм 1804 й. 23 июнендәге) м‑н регламентлана. Г.ы. үткәреү өсөн 1798 й. Ырымбур ыҙан контораһы (ҡара:  Ыҙан комиссиялары) булдырыла. Г.ы. барышында ер хужалары  һәм бүнәтәйҙәр ҡатнашлығында ер биләмәләрен үлсәү, уларҙың сиктәрен билдәләү үткәрелә, һәр дайса б‑са пландар һәм ыҙан кенәгәләре төҙөлә, уларҙың төп нөсхәләре Мәскәүҙәге Ыҙан канцелярияһы архивына тапшырыла, күсермәләре ер участкалары хужаларына бирелә, өйәҙ һәм губерна учреждениеларына ебәрелә; халыҡ (соц. һәм ҡатлам составы) һәм хужалыҡ үҫеше  (ерҙе файҙаланыу структураһы, төп кәсептәре һ.б.)  т‑да мәғлүмәттәр йыйыла. Ырымбур губ. Г.ы. ике этапта үткәрелә: 1‑сеһе — 1797—1805 йй., 2‑сеһе — 1806—42 йылдарҙа. 1‑се этапта күпселек ер дайсаларының сиктәре билдәләнә, айырым  дайсаларҙың ыҙан кенәгәһе һәм планы төҙөлә. 1798 й. башында урында үлсәүҙәр үткәреү өсөн Верхнеурал өйәҙенә, Силәбе өйәҙенә, Стәрлетамаҡ өйәҙенә — 1‑әр, Бөгөлмә өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә, Быҙаулыҡ өйәҙенә, Минзәлә өйәҙенә, Троицк өйәҙенә, Ырымбур өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә 2‑шәр ер үлсәү командаһы ебәрелә. Ырымбур өйәҙендә 4,2 млн дисәтинәнән ашыу ер ыҙанлана, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 0,1 млн дисәтинән ашыу, бесәнлектәр — яҡынса 0,2 млн дисәтинә, дала ерҙәр — 3,1 млн дисәтинәнән ашыу, урмандар – яҡынса 0,8 млн дисәтинә, яраҡһыҙ ерҙәр — яҡынса 0,09 млн дисәтинә. 3681 башҡ. йортона — 2,1 млн дисәтинәнән ашыу (бөтә ер биләмәләренең 50%‑ы), урыҫ булмаған крәҫтиәндәрҙең 1993 йортона — 0,7 млн дисәтинәнән ашыу (18%), хеҙмәтле кешеләрҙең 2531 йортона 0,5 млн дисәтинәнән ашыу (12,5%) ер тура килә; ҡаҙна ерҙәре яҡынса 0,4 млн дисәтинә (10,7%) тәшкил итә, дворяндарға (ҡара: Дворянлыҡ) яҡынса 0,4 млн дисәтинә (8,8%) ер ҡарай, Өфө өйәҙенең майҙаны — яҡынса 2,1 млн дисәтинә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 0,1 млн дисәтинәнән ашыу, бесәнлектәр – яҡынса 0,3 млн дисәтинә, дала ерҙәр — 0,1 млн дисәтинәнән ашыу, урмандар – яҡынса 1,5 млн дисәтинә, яраҡһыҙ ерҙәр 0,05 млн дисәтинәнән ашыу тәшкил итә. Аҫаба башҡорттарҙың һәм уларҙың керҙәштәренең 3870 йортона — 1 млн дисәтинәнән ашыу (48,5%), дәүләт крәҫтиәндәренең һәм удел крәҫтиәндәренең 1058 йортона — 0,07 млн  дисәтинәнән ашыу (3,5%), урыҫ булмаған крәҫтиәндәрҙең 655 йортона – 0,04 млн дисәтинә (2%), хеҙмәтле кешеләрҙең 53 йортона 0,01 млн дисәтинәнән ашыу (1%) ер тура килә; 3504 крәҫтиән йортона хужа булған дворяндарҙың 0,9 млн дисәтинәнән ашыу (45%) ере була. Верхнеурал өйәҙенең майҙаны — 3,2 млн дисәтинәнән ашыу ер, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 0,2 млн, бесәнлектәр — 0,2 млн, дала ерҙәр — 0,8 млн, урмандар – 1,9 млн, яраҡһыҙ ерҙәр 0,2 млн дисәтинәнән ашыу тәшкил итә. Аҫаба башҡорттарҙың һәм уларҙың керҙәштәренең 3489 йортона — 2,3 млн дисәтинәнән ашыу (73%), хеҙмәтле кешеләрҙең 200 йортона яҡынса 0,3 млн дисәтинә (9%) ер тура килә, 1029 крәҫтиән йортона эйә булған тау з‑дтары хужаларының 0,4 млн дисәтинәнән ашыу (14%) ере була, ҡаҙна ерҙәре 0,1 млн дисәтинәнән ашыу (4%) тәшкил итә. 1805 й. аҙағына Ырымбур губ. терр‑яһының 90%‑тан ашыуы (1284 дайса тәшкил иткән 28 млн дисәтинәнән ашыу ер) ыҙанлана. 2‑се этап барышында губ. терр‑яһының ҡалған өлөшө ыҙанлана, башлыса ыҙанлы дайсаларҙың, ш. уҡ бер дайсаға ингән айырым биләмәләрҙең сиктәрен билдәләүгә бәйле бәхәсле мәсьәләләр (бөтә дайсаларҙың 10%‑ына ҡағыла) ҡарала (уларҙы ҡарағанда хужаларҙың ер бүлемдәренә хоҡуҡтарын раҫлаусы жалованный грамоталар, иҫәпкә алыу кенәгәләре һ.б. документаль сығанаҡтар ҡулланыла), дайсаларҙың хужалыҡ торошо т‑да мәғлүмәттәр йыйыла һәм системаға һалына. Башҡ. дайсаларындағы биләмәләрҙе аҫаба башҡорттар һәм халыҡтың төрлө категория  вәкилдәре араһында бүлеү 1806—1917 йй. Ырымбур һәм Өфө губернаһында Г.ы. саралары м‑н бергә алып барылған Махсус ыҙанлау барышында үткәрелә. Башҡорттарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен тулыһынса хәл итеү маҡсатында, өҫтәмә закон акттары сығарыла, уларҙа башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәрҙең, дәүләт крәҫтиәндәренең башҡ. дайсалары терр-яһында биләгән ерҙәренә хоҡуҡтары билдәләнә (1824 й. 15 апр. указ); бер ир-атҡа йән башына  башҡорттарға — 40–60 дисәтинә, хәрби һәм граждан ведомстволары керҙәштәре өсөн  30‑ар һәм 15‑әр дисәтинә күләмендә ер ҡарала [указ (1832 й. 10 апр.)], башҡ. дайсалары терр‑яһында  хәрби ведомство керҙәштәренә ер биреү тәртибе көйләнә (1857 й. 23 июлендәге указ), башҡ. ерҙәрендә йәшәгән кенәздәр, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандарҙың ер биләүе регламентлана (1884 й. 10 ғин. указ). Г.ы. йомғаҡтары б‑са, (19 б. 20‑се йй. башына ҡарата; ҡара: табл.) Ырымбур губ. башҡ. ерҙәре 12,8 млн дисәтинәнән ашыу (губерна терр‑яһының 45 %‑ы) тәшкил иткән, аҫаба башҡорттар (1795 й. 5‑се ревизия б‑са — 4117 кеше) үҙҙәре яҡынса 3,2 млн дисәтинә (11%) ер биләгән, башҡорттар (113724 кеше) һәм уларҙың керҙәштәренең (142293 кеше,  ш. иҫ. 4336 башҡ. керҙәше) уртаҡ милкендә 9,6 млн дисәтинәнән ашыу (34%) ер булған. Дворяндар һәм тау заводтары хужалары (ярашлы рәүештә 1399 һәм 1878 кеше; ошонда уҡ 131154 крепостной крәҫтиән йәшәгән) — 3,6 млн дисәтинәнән ашыу (13%), дәүләт һәм удел крәҫтиәндәре (243309 кеше) — 6,4 млн дисәтинәнән ашыу (23%), хеҙмәтле кешеләр (72897 кеше) яҡынса 4 млн дисәтинә (14%) ер биләгән, ҡаҙна ҡарамағында 1,3 млн дисәтинәнән ашыу (5%) ер иҫәпләнгән. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең бер өлөшө Вятка губернаһында, Пермь губернаһында һәм Һарытау губернаһында урынлашҡан. Г.ы. Һарытау губ. — 1798—1835 йй., Вятка губ. — 1804—35 йй., Пермь губ. 1822—43 йй. үткәрелә. Г.ы. мәғлүмәттәре б‑са, 19 б. 40‑сы йй. Вятка, Пермь, Һарытау губ. башҡ. ерҙәренең дөйөм майҙаны яҡынса 1,3 млн дисәтинә тәшкил иткән (32,5 мең башҡорт йәшәгән, 24 дайса ыҙанланған). Г.ы. ҡаҙна ерҙәре, башҡорттарҙың, дворяндарҙың, тау заводтары хужаларының, хеҙмәтле кешеләрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең төрлө категорияларының ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу структураһы т‑да тулы мәғлүмәттәр бирә, аҫаба башҡорттарҙың дворяндар, тау заводтары хужалары һәм крәҫтиәндәрҙең төрлө категориялары м‑н ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә булышлыҡ итә. Йыйылған иҡт.‑статистик мәғлүмәттәр системалаштырыла һәм “Иҡтисади иҫкәрмәләрҙә” (Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында һаҡлана) баҫыла, унда  ыҙанлау эштәре  һөҙөмтәләре губерна  һәм өйәҙҙәр б‑са дөйөмләштерелә (айырым торама пункттар, дайсалар б‑са ыҙанлау үткәреү ваҡыты, хужалары, ер дәүмәле һәр айырым биләмәләр, ш. иҫ. усадьба, һөрөнтө ер, бесәнлек, урмандар алып торған ер майҙандары т‑да дөйөм мәғлүмәт бирелә). Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен ыҙанлау йомғаҡтары б‑са “Ырымбур губернаһында урынлашҡан башҡорт дайсалары һәм башҡорттар йәшәгән башҡа урындарҙың исемлеге” төҙөлә (1833 й. раҫлау өсөн Мәскәүҙәге Ыҙан канцелярияһына һәм Сенаттың Ыҙан департаментына тапшырыла; Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында һаҡлана); документҡа  өйәҙҙәр б‑са (улус, түбәл, айырым ауылдарҙы, ер биләмәләренең, ш. иҫ.  һөрөнтө ер, бесәнлек, урмандарҙың майҙанын күрһәтеп) башҡ. дайсаларының һаны һәм торошо, 5‑се ревизия (1795) б‑са аҫаба башҡорттарҙың, уларҙың хәрби (мишәрҙәр, хеҙмәтле татарҙар, типтәрҙәр) һәм граждан (дәүләт һәм удел крәҫтиәндәре) ведомстволары керҙәштәренең һаны, ш. уҡ айырым башҡ. дайсалары халҡы т‑да мәғлүмәттәр бирелә.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

  

Генераль  ыҙанлау  йомғаҡтары  буйынса  Ырымбур  губернаһында  ерҙәрҙең  бүленеше

(19 б. 20‑се йй.,  дисәтинәләрҙә)

 Ер биләүселәр категорияһы

Аҫаба башҡорттар

Аҫаба башҡорттар һәм керҙәштәр

Дворяндар һәм  заводсылар

Хеҙмәтле халыҡ (һалдаттар, казактар һәм мишәрҙәр)

Урыҫ һәм урыҫ булмаған крәҫтиәндәр

Ҡаҙна ерҙәре

Өйәҙ б-са бөтәһе

Өйәҙҙәр

 

 

 

 

 

 

 

Ырымбур

2073105

376456

646427

703278

459678

4258944

Быҙаулыҡ

151836

311685

520851

934343

362198

2280913

Стәрлетамаҡ

1522804

271571

27172

44209

2949

1868705

Верхнеурал

223087

2048591

464569

269949

89908

131451

3227555

Боғорослан

84147

523398

98254

982432

77660

1765891

Өфө

270278

766485

953672

15113

111805

5769

2123122

Силәбе

270496

145301

17827

1270463

1573542

85558

3363187

Бәләбәй

1550183

287328

76857

109848

2024216

Бөгөлмә

4557

385837

193964

120943

392606

35820

1133727

Минзәлә

16188

479310

169474

58221

330532

41442

1095167

Бөрө

78360

1744299

82262

13057

309678

7273

2234929

Троицк

243590

760014

6066

763908

894340

148393

2816311

Губерна буйынса бөтәһе

3179661

9638807

3658272

3881215

6476521

1358191

28192667

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: