Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1317

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ, халыҡтың механик үҙгәреше, кешеләрҙең (мигранттарҙың) даими йәки ваҡытлыса йәшәү, йәки йыш ҡайтыу өсөн йәшәү урынын алмаштырыу маҡсатында теге йәки был терр-я сиктәре аша күсеүе. Йүнәлеше б-са тышҡы (иммиграция һәм эмиграция) һәм эске (төбәк-ара, төбәк эсендә); оҙайлығы б-са – кире ҡайтмай һәм кире ҡайта торған (ваҡытлыса, миҙгелле һәм маятниклы); сәбәптәре б-са – иҡт., соц., сәйәси һ.б.; тормошҡа ашырыу ысулдары б-са – ойошторолған һәм ойошторолмаған (үҙ аллы); легаль һәм легаль булмаған Х.м. айырыла. Х.м. хеҙмәт ресурстарын формалаштырыу сығанағы булып тора, халыҡтың соц. мобиллегенә, ҡалала йәшәү рәүеше таралыуға булышлыҡ итә, демографик структураға йоғонто яһай (халыҡһаны, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы, халыҡтың милли составы, халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығы, халыҡтың таралып ултырыуы һ.б.). Төп күрһәткестәре: тулайым Х.м. (миграция ағымының дөйөм йыйылмаһы) һәм сальдо, йәки таҙа Х.м. (күсеп килеүселәр һәм китеүселәр араһындағы айырма). Иң иртә Х.м. (өйрәнелгәндәрҙән) Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше ҡарай. Йәшәү рәүеше үҙгәреүе, күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү, һөнәрҙәр үҫеше, терр-яларҙы үҙләштереү, фәнни-техник прогресс артабанғы Х.м. алып килә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Уралға урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар һ.б. күпләп күсенә башлай. Баш­ҡортостанда 19 б. 2-се ярт. тиклем эске Х.м. өҫтөнлөк итә. Тау эше, адм.-терр. реформалар үҫеше, Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш сиктәрен нығытыу миграция ағымының көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа йүнәлешен билдәләй; күсенеү ирекле (крепостной крәҫтиәндәрҙең “ирекле ерҙәргә” ҡасып китеүе) йәки мәжбүри (ерҙәргә алпауыт крәҫтиәндәрен, батша һарайы крәҫтиәндәрен күсереү) була. Крәҫтиән реформаһынан һуң Үҙәк Рәсәйҙең аграр яҡтан халҡы артыҡ тығыҙ булған губерналарынан ауыл халҡы Өфө губернаһына һәм Ырымбур губернаһына күпләп күсенә башлай (ҡара: Күскенселек хәрәкәте). Революция (1905– 07), революция (1917), Граждандар һуғышы тышҡы Х.м. көсәйтә, интеллигенция, сәнәғәтселәр, сауҙагәрҙәр һ.б. вәкилдәре сит илгә эмиграциялана. 20 б. урбанизация процестары эске Х.м. үҫешенә (ауылдан ҡалаға) килтерә. 30-сы йй. ойошторолған эске Х.м. үткәрелә, репрессияланған кешеләр махсус ҡасабаларға күсерелә; Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡ баҫып алынған терр-яларҙан эвакуациялана, халыҡтар депортациялана. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа респ. халҡы СССР-ҙың көнбайыш райондарындағы халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша. Социалистик илдәрҙән мигранттар ағымы арта. Соц. инфраструктураның артта ҡалыуы, эш урындары етешмәүе, сәнәғәт узелдарынан алыҫ булыуы респ. төньяҡ- көнсығыш һәм көнсығыш райондарынан халыҡтың күрше өлкәләргә (Силәбе өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе) күсенеүенә килтерә,был тенден­ция һаҡлана. Респ. халҡы СССР-ҙың төньяҡ, көнсығыш һәм көньяҡ ситтәрендә урынлашҡан бөтә Союз сәнәғәт төҙөлөштәрендә ҡатнаша (1959—91 йй. Х.м. сальдоһы 775,1 мең кеше тәшкил итә, башҡорттар респ. башҡа халыҡтарына ҡарағанда күпләп ситкә китә). СССР тарҡалыу һөҙөмтәһендә БДБ һәм Балтика буйы илдәренән респ. күсеп килеүселәр һаны арта (ҡара: Мәжбүри күскенсе, Ҡасаҡтар), Х.м. сальдоһы ыңғай яҡҡа үҙгәрә (1991 й. 25830 кеше күсеп килә), ш. уҡ Көнбайыш, Көнсығыш Себерҙән пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең күсеп ҡайтыу тенденцияһы күҙәтелә. 90-сы йй. өсөн иҡт. көрсөк һөҙөмтәһендә юғары квалификациялы белгестәрҙең ситкә китеүе хас. 20 б. аҙ. алып Х.м. күләмендә, йүнәлешендә һәм сәбәптәрендә тулыһынса үҙгәреүҙәр була, төбәк-ара миграция ағымдары Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Свердловск өлк., Татарстанға, Төмән өлкәһенә йүнәлтелә. Көньяҡ-көнсығыш Азиянан квалификацияһы булмаған кадрҙар күпләп күсенә. Алыҫ сит илдәргә Х.м. түбән була һәм ул БР халҡы һанына тәьҫир итмәй. Респ. кире ҡайтҡан башҡорттарҙың һаны ситкә китеүселәр һанынан юғарыраҡ була. 2002 й. алып ҡануниәттәге үҙгәрештәр кире Х.м. сальдоһына килтерә. Ситкә китеүселәр араһында эшкә яраҡлы йәштәге дөйөм урта (тулы) һәм юғары проф. белемле халыҡ һәм 20—29 йәшлек ҡатын-ҡыҙ, күсеп килеүселәр араһында пенсия алды һәм пенсия йәшендәге, башлыса тулы булмаған юғары белемле ир-егет өҫтөнлөк итә. Ситкә китеүселәр араһында урыҫтар һаны күберәк. Совет власы йылдарынан алып Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан илдәре м-н тығыҙ булған миграция бәйләнештәре урынлаштырыла, улар м-н Х.м. кире сальдоһы ыңғай сальдоға үҙгәрә.Өфө ҡала агломерацияһы сиктәрендә тотороҡло булған маятниклы Х.м. формалаша. Туризм үҫеүгә бәйле миҙгелле Х.м. арта. Төбәк эсендәге миграция ағымдары БР-ҙың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарынан ҙур ҡалаларға йүнәлә. 1996 й. тиклем ауылдарҙа миграция үҫеше күҙәтелә, ул һуңынан һүлпәнәйә. 1991—2006 йй. миграция үҫеше бер нисә тапҡырға кәмей. РФ Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте прогноздары б-са, БР-ҙа Х.м. сальдоһының түбәнәйеүе, хеҙмәт миграцияһының халыҡ динамикаһына тәьҫир итмәүе көтөлә.

Миграция ағымы респ. миграция хеҙмәте тарафынан контролдә тотола.

Р.Ә.Ғәлин, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019