ПОПОВ Василий Дмитриевич
ПОПОВ Василий Дмитриевич [28.12.1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Пчельник а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 16.3.1997, Өфө ҡ.], философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1981), профессор (1985). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1955). 1956 й. алып Өфө ҡ. 99‑сы урта мәктәбе директоры, 1972—94 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мәғариф социологияһына, социаль педагогикаға арналған. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1943) ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы (1968) һ.б. менән бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Образование, личность, общество: Опыт социологического комплексного исследования. Саратов, 1979; Духовность — сущность человека. Уфа, 1995 (авторҙ.).
Ф.С.Фәйзуллин
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов