Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ

Просмотров: 1428

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ, никахҡа инеүгә бәйле традицион йолалар комплексы (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарҙа ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында формалашҡан, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (игенселек, һыйырсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунар һ.б.), тарихи-мәҙәни традицияларға бәйле булған. Ярым күсмә тормош шарттарында (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) Т.й. төрлө ғаилә һәм аралар (ҡара: Ырыу бүленеше) араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙа һәм һаҡлауҙа мөһим урын тотҡан, община берлеген һәм ырыуҙың дауамын һынландырған. Т.й. изге теләктәр әйтеү, йырҙар (ҡара: Ғаилә-көнкүреш йола поэзияһы), бейеүҙәр, халыҡ уйындары м‑н бергә барған. Тәүҙә Т.й. исламға тиклемге дини инаныуҙар, тылсымлы йолалар (ҡара: Магия) м‑н тығыҙ бәйләнештә торған. Башҡорттарҙа Т.й. (бишек туйы, ҡалын, никах, ҡоҙалау, туй һ.б.) оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған, ҡайһы ваҡыт буласаҡ тормош иптәштәренең тыуыуынан алып бергә ғаилә ҡороуҙарына тиклем арауыҡты үҙ эсенә алған. Йәштәр күп осраҡта ултырмала (ҡара: Аулаҡ, Урнаш), йәйләүҙә, ҡыҙҙың әсәһе яғынан туғандарына ултырмаға барғанда танышып аралашҡан. Яусылау, ғәҙәттә, һабантуй, йыйын, майҙан кеүек сараларға тура килтерелгән. Яусылауҙан һуң 20—30 көн үткәс, никахты раҫлап, һөйһөн (һыйһөн, туйлыҡ малы биреү) йолаһы үткәргәндәр: кейәүҙең атаһы байрам табынына тәғәйенләгән мал — тәкә килтергән. Буласаҡ ҡайныһы килгәс, ҡыҙ әхирәттәре м‑н туғандарының береһенә барып торған. Ҡоҙалар киткәс йәш ҡатын-ҡыҙҙар уны күтәреп, ҡыш көнө санаға ултыртып ата-әсәһе йортона ҡабат алып барған, уларға кәләштең әхирәттәре төрлөсә ҡамасауларға тырышҡан. Кәләштең туғандары буласаҡ ҡоҙаларға үҙҙәре барғас (мал алырға барыу), никах үткәрергә әҙер икәндәрен белдереп, туйға тәғәйенләгән мал (туйлыҡ малы), ҡалым өлөшөн һәм мәһәр (шәриғәт ҡануны б‑са ҡаралған мөлкәт, ир үҙ теләге м‑н ҡатынын айырһа йәки ире үлеп ҡалһа, ҡатындың милкендә ҡалған) алғандар. Әгәр егет ҡалымды түләй алмаһа, ул ҡыҙҙы урлап алып киткән, ғәҙәттә, ҡыҙ м‑н алдан һөйләшелгән булған (ҡара: Ҡыҙ урлау). Туйға әҙерлек тамамланғас, никах һәм уның артынан бер нисә көнгә һуҙылған төп туй тантаналары үткәрелгән. 3—4 көн ҡунаҡ булғас, кейәү ҡабат үҙ йортона ҡайтҡан; уға әленән-әле кәләшенә барып йөрөү (кейәүләп йөрөү) рөхсәт ителгән (ҡатыны иренең йортона ҡалын йолаһы үтәлгәс кенә күсә алған). Кәләш күсенгәндә төрлө йолалар үткәрелгән: таҡыяға талашыу, әхирәттәре һәм кейәү яғынан килгән йәш ҡатындар араһында кәләш өсөн көрәшеү һ.б. Кәләш туғандары м‑н хушлашҡан ваҡытта төрлө бүләктәр бирешкәндәр, сеңләү йолаһын башҡарғандар, башҡ. ғаиләһенең көнкүреше, уның ағзаларының хоҡуҡтары, бурыстары һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре т‑да һамаҡ әйткәндәр. Кәләштең башындағы япмаһынан тәңкәле туҡыманы систергәндәр. Артабан ул ҡалым өлөшөнә ингән туҡыманан тегелгән кейемде кейгән, кейәүҙең әсәһе киленде үҙ йортона ҡабул итеүен белдереп, уның яулыҡ остарын һәм билбауын бәйләргә тейеш булған. Атаһы йәки ағалары бүләк бирмәйенсә, кәләш үҙ йортонан айырылып китеүҙән баш тартҡан. Иренең өйөнә ингәндә, өс тапҡыр уның ата-әсәһе алдында теҙләнгән. Килен төшкәндең беренсе көнөндә (йәки икенсе көндө) уға һыу юлы күрһәткәндәр (һыу башлатыу, һыу күрһәтеү). Һыуға йәш киленде әхирәттәре, биҙәкле көйәнтә м‑н биҙрәләр тотҡан ҡайынһеңлеһе (бикәс, һылыу, ҡаныш) алып барған һәм һыу алып биргән. Һыу эйәһенә саҙаҡа булһын тип, йәш килен һыуға көмөш тәңкәләр ташлаған. Киленгә ҡайныһы һәм унан өлкән ир-ат м‑н аралашыу тыйылған. Кәләш ҡәйнәһе м‑н — махсус бүләк тапшырғандан һуң (һөйләшеп биреү), иренең бер туған ағалары һәм олаталары м‑н — уларҙы ҡатындары м‑н ҡунаҡҡа саҡырып, алдарына бүләк һалғандан һуң ғына аралаша алған. Иренең туғандары йортона беренсе тапҡыр ингәс, ул сөйгә биҙәкле таҫтамал йәки ашъяулыҡ элергә тейеш булған (элеп инеү). 2—3 ай үткәс, йәштәр кәләштең ата-әсәһен күрергә барған (түркен барыу), улар килеү хөрмәтенә ҡунаҡ йыйғандар (түркен бал), һәр береһе йәштәргә бүләк биргән. Китер алдынан ҡыҙҙың атаһы бирнәгә инселәгән мал (инсе мал) биреп ебәргән. Бер йыл үткәс, йәш ҡатын ата-әсәһе янында 2—3 аҙна ҡунаҡ була алған (ултырмаға барыу, ултырып ҡайтыу). Т.й. Башҡ. фольклорында, ш. иҫ. “Алдар менән Зөһрә”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һ.б. эпик әҫәрҙәрҙә, сағылыш тапҡан.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019