Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЛАУ

Просмотров: 1031

ҠОҘАЛАУ, я у с ы л а у, д и м л ә ү, никахлашыуға кәләштең яҡындарынан алдан ризалыҡ алыу йолаһы. Башҡорттарҙа туй йолаларының традицион өлөшө. Ҡайһы бер ырыуҙарға — 8 б. тиклем, ара, аймаҡтарға (ҡара: Ырыу бүленештәре) 20 б. башына тиклем экзогамия хас була, шуға күрә ғәҙәттә кәләште башҡа ауылдан һайлағандар. Ғаилә ҡоронда кәләштең сифаттарын барлап сыҡҡандан һуң, кейәүҙең атаһы ҡыҙҙың ата-әсәһе м‑н һөйләшеү өсөн ҡоҙалар (димсе, яусы; аранан береһе ҡыҙ йәшәгән ауылдан булған) ебәргән. Улар ҡыҙҙың ата-әсәһенә кейәү һәм уның ғаиләһе т‑да хәбәр еткергән. Кәләштең ата-әсәһенең ризалығын алғас, ҡалым күләме, туй ваҡыты һәм уны үткәреү өсөн ике яҡтан киткән сығым т‑да һөйләшелгән. Ҡыҙ әйттереү, йәғни тулыһынса ризалыҡ алыу өсөн кейәүҙең атаһы ҡоҙа м‑н ҡыҙҙың атаәсәһенә барған, килешеү билдәһе итеп уларға таҫтамал бүләк иткән. Ҡ. ғәҙәттә һабантуй, йыйын, майҙан һ.б. байрамдарға тура килтерелгән. Башҡорттарҙа ш. уҡ балалар Ҡ. (ҡара: Бишек туйы) йолаһы булған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: